Яңауыл үҙәк район дауаханаһы автопаркы, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) ярашлы, LADA VESTA NG автомобиле менән тулыландырылды. Автомобиль дүрт пассажирҙы ташыу өсөн тәғәйенләнгән, шул иҫәптән мөмкинлектәре сикләнгән бер пациентты алыу мөмкинлеге бар. Уңайлы булһын өсөн алғы ултырғыс бороу-күсереү механизмы менән йыһазландырылған. Әгәр пассажир инвалид креслоһынан күсеп ултырһа, креслоны йыйылған көйө багажникка һалырға була. Пассажир өсөн ҡайыштар менән нығытыу мөмкинлеге булған махсус урын булдырылған. Был яңылыҡтар транспорт сараһын ҡулланыу функцияларын киңәйтә. –Милли проектты тормошҡа ашырыу медицина хеҙмәттәрен яңыртыу өсөн яңы офоҡтар аса. Яңыртылған автопарк пациенттарға медицина ярҙамын яҡшыртырға, хәүефһеҙлек сараларын күрһәтеү сифатын күтәрергә ярҙам итәсәк, – тине дауахананың баш табибы Илгиз Хәтипов. Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һ