Башҡортостан Хөкүмәте льготалы микрокредит өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары категорияларын яңыртты. Был ярҙам сараһы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы бара. Ошо хаҡта Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында хәбәр иттеләр. Хәҙер махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, социаль предприятиелар һәм 35 йәшкә тиклемге эшҡыуарҙар Башҡортостан микрокредит компанияһында түбән ставкалы микрозаймды рәсмиләштерә ала. – Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм социаль предприятиеларға 4,5 процент күләмендәге түбән ставка менән займ алыу мөмкинлеге бар. Ә 35 йәшкә тиклемге эшҡыуарҙар 8 процент ставка буйынса рәсмиләштереү мөмкинлегенә эйә. Социаль контракттар эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген дәртләндереү өсөн һөҙөмтәле ҡорал булып тора. Ошо килешеүҙәр бизнесҡа финанс ярҙамы күрһәтә. Был процедуралар өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең үҫешен көйләүгә һәм яңы проекттарҙың старт алыуын