Башҡортостандың 21 ҡалаһы уңайлы ҡала мөхите булған ҡалалар рейтингына индерелгән. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу йомғаҡтарын яһағанда телгә алды. Республиканың бөтә ҡалалары ла йәшәү өсөн уңайлы тип табылған. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда бындай ҡалалар һаны артҡан. Әгәр 2018 йылда улар ни бары алтау булһа, 2023 йыл йомғаҡтары буйынса 17 ине, хәҙер был рейтингҡа тәүге тапҡыр 21 ҡала ла ингән. Алты йыл эсендә Башҡортостанда уңайлы ҡала мөхите булған ҡалаларҙың өлөшө 33 проценттан 100 процентҡа тиклем артҡан. Шул уҡ ваҡытта Өфө 251 балл йыйып, Санкт-Петербург һәм Мәскәүҙе лә индереп, Рәсәйҙең иң яҡшы биш миллионлы ҡалаһы иҫәбенә инде. Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда йыл һайын йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә һәм ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа уңайлы мөхит булдырыуға ҙур иғтибар бүленә. – Яңы милли проек