Һәр ваҡыттағыса Баймаҡ мәргәндәре байтаҡ ҡына булды. Бәйге бик матур, еренә еткереп ойошторолдо. Беренсе президентыбыҙ Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө һанлы Башҡорт гимназияһының иркен, яҡты спорт залында үтте. Республиканың төрлө төбәгенән уҡсылар көс һынашты. Бәйге башҡорт халҡының рухын күтәреүсе, батыр һәм ғорур итеүсе "Урал" йырын ҡурайыбыҙҙа тыңлау менән асылды. Милли кейемдәге ир-азаматтарыбыҙ менән һылыу ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ сараға сағыу йәм өҫтәне. Мәктәп директоры саф башҡортса бәйгеселәрҙе тәбрикләне, лайыҡлы еңеүҙәр һәм уңыштар теләне. Гимназия уҡыусыһының ҡумыҙҙа уйнап "Уралым"ды башҡарыуы дәрт һәм көс өҫтәне. Бына бәйге башланды. Уҡсылар тигеҙ сафтарға баҫып, бер-бер артлы уҡ сойорғоталар. Ярыштарҙа күҙәтеүемсә, мәргәндәр сафы арта, ҡулдарына яңы уҡ-һаҙаҡ алыусылар күренә. Сихри көс, дәрт уҡ атыу майҙансығын ялмап ала. Ярыш ҡыҙғандан ҡыҙа. Ауыртыу-һыҙланыуҙар, тормош ығы-ығылары юҡҡа сыға. Уҡсылар үткәндә лә, киләсәктә лә түгел, хәҙерге әлеге ысынбарлыҡта йәшәй. Эйе, Баймаҡ