Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Ниғәмәт ауылы халҡы элек-электән спорт менән әүҙем шөғөлләнә

Саңғысылар яңы яуған ҡар өҫтөнән юл ярһа, хоккейсылар бер нисә йыл элек ауыл халҡының үҙ көсө менән эшләгән хоккей ҡумтаһын буш ҡуймай, кистәрен скандинавса йөрөүселәр ҙә юҡ түгел. Хоккей ҡумтаһында аҙна һайын урам-ара, яҡын ауылдар командалары көс һынаша. Иң ҡыуандырғаны - был боҙ майҙансығына балалар һәм үҫмерҙәрҙең атлығып тороуы. Улар араһында ла ярыштар үтеп тора. 18 ғинуар көнө лә спорт майҙансығы гөр килеп торҙо. Бында Ниғәмәт ауылынан ике һәм Үрге Яйыҡбайҙан бер команда быймала хоккей ярышы буйынса көс һынашты. Ярыш бик ҡыҙыҡлы һәм көсөргәнешле барҙы. Һөҙөмтәлә, «Ниғәмәт» командаһы 1-се, «Һаҡмар» командаһы 2-се, «Нуғай» командаһы 3-сө урынды яуланы. Афарин, егеттәр! Ошо көндәрҙә яҡын-тирә ауылдарҙың хоккей командалары араһында ла ярыш үткәреләсәк. Афарин! Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух!

Ниғәмәт ауылы халҡы элек-электән спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Саңғысылар яңы яуған ҡар өҫтөнән юл ярһа, хоккейсылар бер нисә йыл элек ауыл халҡының үҙ көсө менән эшләгән хоккей ҡумтаһын буш ҡуймай, кистәрен скандинавса йөрөүселәр ҙә юҡ түгел. Хоккей ҡумтаһында аҙна һайын урам-ара, яҡын ауылдар командалары көс һынаша. Иң ҡыуандырғаны - был боҙ майҙансығына балалар һәм үҫмерҙәрҙең атлығып тороуы. Улар араһында ла ярыштар үтеп тора.

18 ғинуар көнө лә спорт майҙансығы гөр килеп торҙо. Бында Ниғәмәт ауылынан ике һәм Үрге Яйыҡбайҙан бер команда быймала хоккей ярышы буйынса көс һынашты. Ярыш бик ҡыҙыҡлы һәм көсөргәнешле барҙы. Һөҙөмтәлә, «Ниғәмәт» командаһы 1-се, «Һаҡмар» командаһы 2-се, «Нуғай» командаһы 3-сө урынды яуланы. Афарин, егеттәр!

Ошо көндәрҙә яҡын-тирә ауылдарҙың хоккей командалары араһында ла ярыш үткәреләсәк.

Афарин! Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух!

-2
-3
-4
-5
-6