Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Республика юлдарында индерелгән сикләүҙәр бөтөрөлдө

6 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 12-нән муниципаль-ара әһәмиәттәге дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдары участкаһында транспорттың бөтә төрө өсөн хәрәкәт асылды. Шулай уҡ көндөҙгө сәғәт 1-ҙән төбәк әһәмиәтендәге дөйөм файҙаланыуҙағы юл участкаһында йөк транспорты һәм пассажир транспорты өсөн хәрәкәт сикләүҙәре алынды (Өфө - Инйәр - Белорет юлының 67-се саҡрымдан 204-се саҡрымға тиклем өлөшө - Башҡортостандың Архангел һәм Белорет райондары). Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте. Бынан алдараҡ, 5 ғинуар кисендә, һауа торошоноң насарайыуы сәбәпле автомобиль юлдарының 11 участкаһында хәрәкәт сикләнгәйне. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! Фото: Госавтоинспекция РБ.
Оглавление
    Республика юлдарында индерелгән сикләүҙәр бөтөрөлдө
Республика юлдарында индерелгән сикләүҙәр бөтөрөлдө

Республика юлдарында индерелгән сикләүҙәр бөтөрөлдө

Кисә, 5 ғинуарҙа, буран арҡаһында республика юлдарында сикләүҙәр индерелгәйне. Ә бөгөн хәлдәр нисек?

6 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 12-нән муниципаль-ара әһәмиәттәге дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдары участкаһында транспорттың бөтә төрө өсөн хәрәкәт асылды.

Шулай уҡ көндөҙгө сәғәт 1-ҙән төбәк әһәмиәтендәге дөйөм файҙаланыуҙағы юл участкаһында йөк транспорты һәм пассажир транспорты өсөн хәрәкәт сикләүҙәре алынды (Өфө - Инйәр - Белорет юлының 67-се саҡрымдан 204-се саҡрымға тиклем өлөшө - Башҡортостандың Архангел һәм Белорет райондары). Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте.

Бынан алдараҡ, 5 ғинуар кисендә, һауа торошоноң насарайыуы сәбәпле автомобиль юлдарының 11 участкаһында хәрәкәт сикләнгәйне.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Фото: Госавтоинспекция РБ.