Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡурҡмайынса тотонорға кәрәк, ти эшлекле ҡатын

Дыуан районынан Фәриҙә Муллаева дәүләт ярҙамы менән ҡош-ҡорт үрсетеү буйынса мини-ферма асҡан, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығынан. Кәрәкле ҡорамалдарҙы һатып алыуҙа "Ғаилә" милли проектына (национальный проект «Семья») ярашлы эшләгән социаль контракттар программаһы ярҙам иткән. Фәриҙә Республика социаль ярҙам үҙәгенең филиалына ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Бизнесының төп йүнәлеше итеп ул бройлерҙар үҫтереүҙе алған, шулай уҡ күркә, бүҙәнә, йомортҡа һала торған тауыҡтар үрсетеү йүнәлешен дә өҫтәгән. Идеяны раҫлағандан һуң, ул 200 мең һум аҡса алған. Был аҡсаға инкубаторҙар, йомортҡалар, аҙыҡ һәм хужалыҡ биналарын төҙөкләндереү өсөн төҙөлөш материалдары һатып алған. "Ғаилә" милли проекты балалары булған ата-әсәләргә ярҙам итеү өсөн эшләгән сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм башҡа балалар өсөн өҫтәмә дәртләндереү саралары булдырыла. Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14 - 22 йәш
Оглавление
    Ҡурҡмайынса тотонорға кәрәк, ти эшлекле ҡатын
Ҡурҡмайынса тотонорға кәрәк, ти эшлекле ҡатын

Ҡурҡмайынса тотонорға кәрәк, ти эшлекле ҡатын

Дыуан районынан Фәриҙә Муллаева дәүләт ярҙамы менән ҡош-ҡорт үрсетеү буйынса мини-ферма асҡан, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығынан.

Дыуан районынан Фәриҙә Муллаева дәүләт ярҙамы менән ҡош-ҡорт үрсетеү буйынса мини-ферма асҡан, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығынан. Кәрәкле ҡорамалдарҙы һатып алыуҙа "Ғаилә" милли проектына (национальный проект «Семья») ярашлы эшләгән социаль контракттар программаһы ярҙам иткән.

Фәриҙә Республика социаль ярҙам үҙәгенең филиалына ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Бизнесының төп йүнәлеше итеп ул бройлерҙар үҫтереүҙе алған, шулай уҡ күркә, бүҙәнә, йомортҡа һала торған тауыҡтар үрсетеү йүнәлешен дә өҫтәгән. Идеяны раҫлағандан һуң, ул 200 мең һум аҡса алған. Был аҡсаға инкубаторҙар, йомортҡалар, аҙыҡ һәм хужалыҡ биналарын төҙөкләндереү өсөн төҙөлөш материалдары һатып алған.

"Ғаилә" милли проекты балалары булған ата-әсәләргә ярҙам итеү өсөн эшләгән сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм башҡа балалар өсөн өҫтәмә дәртләндереү саралары булдырыла. Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14 - 22 йәшлек йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кино залдарына һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек биргән "Пушкин картаһы" программаһы эшләп килә. Яңы милли проекттар 2025 йылдан Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!