Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының (национальный проект «Инфраструктура для жизни») «Коммуналь инфраструктураны яңыртыу» федераль программаһына ярашлы, заманса һыу тәьминәте системаһын булдырыу буйынса күләмле проект ғәмәлгә ашырыла. Был хаҡта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр. Ауылда яңы һыу тәьминәте системаһын булдырыу буйынса эштәр тулы ҡеүәтенә алып барыла. Проект 2027 йылдың октябренә тиклем иҫәпләнгән. Яңы һыу алыу узелын һәм селтәрен төҙөү – ремонт ҡына түгел, ә ауылды тиҫтә йылдар алдан үҫтереү өсөн нигеҙ һалыусы, өр-яңы инфраструктура булдырыу. Сифатлы эсәр һыу халыҡтың һаулығы һәм территорияның социаль именлеге өсөн төп шарттарҙың береһе булып тора. - Бындай объекттарҙы «Коммуналь инфраструктураны модернизациялау» программаһына ярашлы тормошҡа ашырыу – ауыл биләмәләре киләсәгенә стратегик инвестициялар ул. Беҙ проектлауҙан һәм экспертизанан алып төҙөлөш контроленә тиклем барлыҡ эштәрҙе планға