Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Шифахана милли проектта ҡатнаша

“Ассы” шифаханаһы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентая экономика”) “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектына ҡушылды. Был турала төбәктең хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенция үҙәге хәбәр итә. Башҡортостан Хөкүмәте һәм шифахана етәкселеге араһында был килешеүгә ҡул ҡуйылды. Шулай итеп Ассы һаҡсыл технологиялар индереү буйынса программаға кертелгән республикалағы алтынсы шифахана –курорт учреждениеһы булып тора. -Шифахана -курорт комплексы үҫеше төбәк иҡтисады өсөн өҫтөнлөклө булып тора. Шифаханаларҙың проектта ҡатнашыуы эске процестарҙы оптиммәлләштерергә булышлыҡ итә. Шулай уҡ туристар һәм ял итеүселәр өсөн республикабыҙҙың ылыҡтырыусанлығын күтәрә. Был тармаҡтың һөҙөмтәлелеген, хеҙмәт сифатын күтәреүгә йоғонто яһай, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары –Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Проекттың яңы ҡатнашыусыһы – “Ассы” шифаханаһына республиканың
Оглавление
    Шифахана милли проектта ҡатнаша
Шифахана милли проектта ҡатнаша

Шифахана милли проектта ҡатнаша

Был эш һөҙөмтәһен тағы ла яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк

“Ассы” шифаханаһы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентая экономика”) “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектына ҡушылды. Был турала төбәктең хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенция үҙәге хәбәр итә.

Башҡортостан Хөкүмәте һәм шифахана етәкселеге араһында был килешеүгә ҡул ҡуйылды. Шулай итеп Ассы һаҡсыл технологиялар индереү буйынса программаға кертелгән республикалағы алтынсы шифахана –курорт учреждениеһы булып тора.

-Шифахана -курорт комплексы үҫеше төбәк иҡтисады өсөн өҫтөнлөклө булып тора. Шифаханаларҙың проектта ҡатнашыуы эске процестарҙы оптиммәлләштерергә булышлыҡ итә. Шулай уҡ туристар һәм ял итеүселәр өсөн республикабыҙҙың ылыҡтырыусанлығын күтәрә. Был тармаҡтың һөҙөмтәлелеген, хеҙмәт сифатын күтәреүгә йоғонто яһай, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары –Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Проекттың яңы ҡатнашыусыһы – “Ассы” шифаханаһына республиканың компетенциялар үҙәге эксперттары адреслы ярҙам күрһәтәсәк.

- Беҙ хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуға тотонабыҙ. Эшсе төркөмө билдәләп, пилот ағымын билдәләү өсөн деталле анализ эшләй башлайбыҙ, - ти Башҡортостандың төбәк компетенциялар үҙәге етәксеһе Эльнар Сиражетдинов.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!