Иглин районында “Йәштәр һәм балалар” милли проектын (национальный проект “Молодежь и дети”) тормошҡа ашырыу барышында арҡан паркы асылды. Был хаҡта муниципалитет хакимиәтендә хәбәр иттеләр. Парк “Һаулыҡ биләмәһе” йәмәғәт киңлегендә урынлашҡан. Унда төрлө ҡатмарлылыҡтағы 15 трасса бар — ябайҙан экстремалгә тиклем. Белгестәр профессиональ ҡалҡандар ҡуйып күнекмәләр һәм турнирҙар өсөн ҡулсалар менән волейбол һәм баскетбол стойкаларын урынлаштыра. Шулай уҡ унда шахмат һәм шашка уйыны өсөн урам зонаһы барлыҡҡа килгән. 2026 йылдың яҙында парк янында йәштәр киңлеге төҙөлә башлай. “Йәштәр һәм балалар” милли проекты таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәрҙең үҙҙәрен күрһәтеү өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә – мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыуҙың яңы методикаларын һәм уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ Донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм “Приоритет 2030” программаһы буйынса юғары уҡыу йорттар