Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында “Ғаилә” милли проектын (национальный проект “Семья”) тормошҡа ашырыу барышында яңы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылды. Был хаҡта төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Учреждениела ике акушер-гинеколог кабинеты бар, улар 11 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙҙы хеҙмәтләндерә ала. Эш өс табип участкаһы буйынса ойошторолған. Шулай уҡ медицина-социаль ярҙам кабинеты, терапия кабинеты эшләй. Профилактик тикшереүҙәр һәм диагностика үткәреү өсөн унда күҙәтеү кабинеты, ультратауыш диагностикаһы кабинеты һәм функциональ диагностика кабинеты бар. Шулай уҡ унда процедура кабинеты һәм манипуляция бүлмәһе, ике койкалы көндөҙгө стационар, регистратура һәм бала табыуға психопрофилактик әҙерлек кабинеты эшләй. “Ғаилә” милли проекты ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуыу өсөн өҫтәмә стимулдар булдырыла. Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыл