Мәсетле районы хакимиәтендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Игла” һәм “Матэз” позывнойлы яугирҙәргә хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәгәндәре һәм батырлыҡтары өсөн иҫтәлекле бүләктәр һәм яҡташтарының рәхмәт тулы хаттары тапшырылды. “Матэз” хәрби хеҙмәтте “Вагнер” шәхси хәрби компанияһында башлай һәм ҡаты яралана. Һауыҡҡандан һуң 2023 йылда Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Кесе лейтенант званиеһында взвод менән етәкселек итә. “Батырлыҡ өсөн”, “Бахмутты алған өсөн” миҙалдары менән наградлана. “Игла” Яңы Мишәр ауылы мәктәбен тамамлағандан һуң медицина колледжына уҡырға инә, Сургутта оҙаҡ йылдар шәфҡәт туташы булып эшләй. 2022 йылда махсус хәрби операция башланыу менән хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә, әммә уны хеҙмәткә алмайҙар, сөнки йәше (48 йәш) билдәләнгән сиктән уҙған була. Сикләүҙәр үҙгәртелгәндән һуң теләгенә ирешә. ”Башҡортостандан 16 ҡатын-ҡыҙ контракт төҙөгәйне, кемдер – ашнаҡсы, кемдер – санитарка, кемдер – медицина хеҙмәткәре. Бер кем дә иламай, бер кем дә зарланмай,