✨ Тәбиғи материалдарҙан эшләнгән бөркөт башлы өй👍 Алмас Ишкинин Бөрйән районы урманында бер үҙе бөркөт башына оҡшаған бушкрафт-ҡыуыш төҙөгән. Бушкрафт — тәбиғәттә йәшәү сәнғәте, был стилдәге ҡыуыштар тәбиғи материалдарҙан төҙөлә. Оҫтаның һүҙҙәренсә, төҙөлөш өсөн ул балсыҡ, ботаҡтар һәм ағас ҡабыҡтарын ҡулланған. Дүрт айҙа Алмаз эсендә камин урынлаштырылған, йылы һәм уңайлы йәшәү урыны эшләп ҡуйған.