Башҡортостан Красный Луч ҡалаһында символик мәҙәни объектты тергеҙә. Ундағы Ленин исемендәге мәҙәниәт һарайы быйыл 90 йыллығын билдәләй. Ленинградтың бөйөк архитекторҙары - Весниндар проекты буйынса һалынған бина мәҙәни мираҫ объекты тип танылған. Әммә уға төҙөлгәндән алып капиталь ремонт үткәрелмәгән, һөҙөмтәлә урындағы халыҡ бер-ике йылдан мәҙәниәт һарайын юғалтырбыҙ, тип шөбһәләнгән булған. Уникаль бинаны тергеҙеү менән Башҡортостан шеф-төбәк булараҡ шөғөлләнде. Беренсе этапта ижади коллективтар өсөн тәғәйенләнгән бүлмәләр төҙөкләндерелә. Түбә тулыһынса яңыртыла, ағас тәҙрәләр замансаға алыштырыла. Икенсе этапта ҙур театр залы тергеҙелә. Быйыл иһә өсөнсө ҡатты ремонтлау планлаштырыла. – Красный Лучта йәшәүселәр Ленин исемендәге мәҙәниәт һарайын ҡаланың йәне тип иҫәпләй, - ти урындағы хакимиәт башлығы урынбаҫары Елена Воробьева. – Эш күләме ҙур булғанлыҡтан, уны бер нисә этапҡа бүлергә тура килде, сөнки бина ҙур, майҙаны - 1000 квадрат метрҙан ашыу. Ул быуаттарға иҫәпләнеп төҙөлгән