Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Йәш егеттәр һәләк булған

Өфө районында, Подымалово ауылы янында "Лада Гранта" һәм Toyota Vitz автомобилдәре бәрелешкән. Бәрелеш шул тиклем көслө була, хатта “Гранта”ның кузовының алғы өлөшө танымаҫлыҡ булып емерелә, ә сит ил машинаһы юлдан оса. Әммә юл-транспорт ваҡиғаһында иң ҡурҡынысы емерелмәгән машиналар түгел, ә өҙөлгән кеше ғүмерҙәре. “Лада” салонында дүрт кеше ултырған: өс ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ. 1997 йылда тыуған водитель һәм 2000 йылда тыуған пассажир урында уҡ һәләк була. Ҡатын һәм тағы бер пассажир йәрәхәттәр алған. Toyota Vitz автомобиле рулендә ҡатын-ҡыҙ була, ул да зыян күрә. Бөтә зыян күреүселәр ҙә дауаханаға оҙатыла. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары һәләк булған водителде емерек машинанан һөйрәп сығара. Юл ашығыслыҡ һәм иғтибарһыҙлыҡты яратмай. Хәүефһеҙ араны һаҡлағыҙ, хәүефһеҙ тиҙлекте һайлағыҙ һәм үҙегеҙҙең һәм башҡаларҙың ғүмерен һаҡлағыҙ. Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығы
Оглавление
    Йәш егеттәр һәләк булған
Йәш егеттәр һәләк булған

Йәш егеттәр һәләк булған

Йәнә буранлап тора, юлдар ябыла, сәфәр сыҡҡанда һаҡ булығыҙ.

Өфө районында, Подымалово ауылы янында "Лада Гранта" һәм Toyota Vitz автомобилдәре бәрелешкән.

Бәрелеш шул тиклем көслө була, хатта “Гранта”ның кузовының алғы өлөшө танымаҫлыҡ булып емерелә, ә сит ил машинаһы юлдан оса.

Әммә юл-транспорт ваҡиғаһында иң ҡурҡынысы емерелмәгән машиналар түгел, ә өҙөлгән кеше ғүмерҙәре. “Лада” салонында дүрт кеше ултырған: өс ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ. 1997 йылда тыуған водитель һәм 2000 йылда тыуған пассажир урында уҡ һәләк була. Ҡатын һәм тағы бер пассажир йәрәхәттәр алған.

Toyota Vitz автомобиле рулендә ҡатын-ҡыҙ була, ул да зыян күрә. Бөтә зыян күреүселәр ҙә дауаханаға оҙатыла.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары һәләк булған водителде емерек машинанан һөйрәп сығара.

Юл ашығыслыҡ һәм иғтибарһыҙлыҡты яратмай. Хәүефһеҙ араны һаҡлағыҙ, хәүефһеҙ тиҙлекте һайлағыҙ һәм үҙегеҙҙең һәм башҡаларҙың ғүмерен һаҡлағыҙ.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

-2