Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Тормош уңмаҫтай булһа, ҡамыр ҙа йәбешмәй

Халҡыбыҙҙа элек-электән йәшәгән ырым-ышаныуҙар байтаҡ. Тормош тәжрибәһенән алынған был юрауҙар үҙҙәренең дөрөҫлөгөн раҫлап тора. Күптән түгел Зөлфиә апай ҡыҙының туйы алдынан булған бер ваҡиғаны һөйләне. – Ҡыҙымдың туйына әҙерләнәбеҙ. Йолаларҙы яҡшы белгән, әллә күпме балаһының туйын үткәргән оло йәштәге әсәйемде лә әҙерлек сараларына саҡырҙыҡ. Кейәү була торған егет яҡшы ғаиләнән, шуға йәштәрҙең матур йәшәрҙәренә күңелемдә шик булманы. Ҡоҙаларҙы һыйларға тип мул табын әҙерләйбеҙ. Тик бешергән ризығыбыҙ уңмай ҙа ҡуя. Әсәйем бауырһаҡ оҫтаһы, әллә күпме туйҙарға заказ биреп тә үҙенән бауырһаҡ бешертәләр. Был юлы бауырһағы килеп сыҡмай, нисек кенә итеп бешерһә лә, йөҙө китеп, ярылып бешә. Балан бөйөрөктәре бешерә башлағайныҡ, уның да ҡамыры йәбешмәй, ни өсөндөр йырыла ла китә. Был хәлгә аптырап ҡалды әсәйем. – Бешергән ризығым уңмаһа, йәштәрҙең дә тормоштары килеп сыҡмай торған. Әллә нисә тапҡыр шулай һынағаным булды. Ҡыҙымдың тормошо уңһын инде, - тип доғаларын уҡып ҡабат-ҡабат бешерҙе.
Оглавление
    Тормош уңмаҫтай булһа, ҡамыр ҙа йәбешмәй
Тормош уңмаҫтай булһа, ҡамыр ҙа йәбешмәй

Тормош уңмаҫтай булһа, ҡамыр ҙа йәбешмәй

Туйға әҙерләнгәндәге бер ваҡиғаны Зөлфиә апай аптырап һөйләне.

Халҡыбыҙҙа элек-электән йәшәгән ырым-ышаныуҙар байтаҡ. Тормош тәжрибәһенән алынған был юрауҙар үҙҙәренең дөрөҫлөгөн раҫлап тора. Күптән түгел Зөлфиә апай ҡыҙының туйы алдынан булған бер ваҡиғаны һөйләне.

Ҡыҙымдың туйына әҙерләнәбеҙ. Йолаларҙы яҡшы белгән, әллә күпме балаһының туйын үткәргән оло йәштәге әсәйемде лә әҙерлек сараларына саҡырҙыҡ. Кейәү була торған егет яҡшы ғаиләнән, шуға йәштәрҙең матур йәшәрҙәренә күңелемдә шик булманы. Ҡоҙаларҙы һыйларға тип мул табын әҙерләйбеҙ. Тик бешергән ризығыбыҙ уңмай ҙа ҡуя. Әсәйем бауырһаҡ оҫтаһы, әллә күпме туйҙарға заказ биреп тә үҙенән бауырһаҡ бешертәләр. Был юлы бауырһағы килеп сыҡмай, нисек кенә итеп бешерһә лә, йөҙө китеп, ярылып бешә. Балан бөйөрөктәре бешерә башлағайныҡ, уның да ҡамыры йәбешмәй, ни өсөндөр йырыла ла китә. Был хәлгә аптырап ҡалды әсәйем.

– Бешергән ризығым уңмаһа, йәштәрҙең дә тормоштары килеп сыҡмай торған. Әллә нисә тапҡыр шулай һынағаным булды. Ҡыҙымдың тормошо уңһын инде, - тип доғаларын уҡып ҡабат-ҡабат бешерҙе.

Ҡоҙалар килер көндө һауа торошо иртә менән аяҙ, тыныс ине. Улар ауылға килеп етәрәк әллә ҡайҙан ҡап-ҡара болот килеп сығып, көн ҡырҡа боҙолоп китте. Бер туҡтауһыҙ күк күкрәп, ҡотороп ямғыр яуа башланы.

– Ниндәй матур көн ине бит иртәнсәк. Кейәү тигән кеше холоҡһоҙ микән әллә? – әсәйем йәнә шикләнеүен белдерҙе.

– Әсәйемдең һиҙемләүе дөрөҫ булдымы, әллә бары тик тура ғына килдеме, яратып ҡына кейәүгә сыҡҡайны ҡыҙым, үкенескә ҡаршы, тормошонан уңманы. Кейәү ҡарап тороуға бик ипле, аҡыллы күренһә лә, холоҡһоҙ булып сыҡты. Юҡҡа ғына көнләшеп, туҡтауһыҙ ҡулын күтәрҙе. Эсергә яратты. Ҡыҙымдың тәне һәр ваҡыт күгәреп йөрөнө. Биш йыл түҙеп йәшәгәндән һуң балаһы менән айырылып ҡайтты, - тине Зөлфиә апай.

Фото: нейроселтәр.