Яңы йылға аяҡ баҫҡан һыуыҡ көндәрҙә Тайҡаштың өлкән быуынын Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙың байрам менән тәбрикләп, өйҙән-өйгә йөрөүе ауылдаштарҙың яҡшы йолаһына әүерелгән дә инде. Быйыл да ауыл йәштәре, ололарҙан фатиха алып, уларға ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән байрам бүләктәрен өләшеп сыҡты. Бөтә ғүмерҙәрен тыуған ауылдарына, хеҙмәткә бағышлаған ағинәйҙәр бөгөн дә ауылдаштарына үрнәк һәм кәңәшсе булып йәшәй. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡул эштәре менән шөғөлләнәләр, күрше-күлән һәм туған-тыумасаларын тәмле аш һәм сәй менән һыйлайҙар. Ҡариҙел районының Тайҡаш ауылында йәшәгән, 93 йәшен тултырған Сәҙретдинова Мәнзүмә, 90 йәштәрен билдәләүсе Ғарифуллина Мөсәлиә һәм Ғәлиәхмәтова Фәнзиә, 89 йәшлек Ғәйнуллина Рәфиғә инәйҙәр тап шундай хөрмәтле ағинәйҙәр. Беҙ уларҙың оҙон һәм бәхетле ғүмер кисереп, ауылдаштары менән ҡыуанышып йәшәүҙәрен теләйбеҙ, тип яҙа “Ҡариҙел” гәзите. Марат Бүләков фотолары. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!