Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Наилә апайға – 80 йәш!

Башҡорт радиоһының легендар дикторы Башҡортотстандың халыҡ артисы Наилә Ғәләүетдинова үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Наилә ханым Архангел районының Тирәкле ауылында тыуып үҫкән. Әйткәндәй, дәүләт телерадиоһына эшкә ул бынан 60 йыл элек килгән һәм шул ваҡыттан алып һаман да радио тыңлаусыларҙы үҙенең бәрхәт тауышы менән ҡыуандыра. Башҡорт телен камил белеүе, артистарса үҙенең тотошо, шәп дикцияһы – былар барыһы ла тик Наилә Ғизетдин ҡыҙына хас һыҙаттар. "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында Наилә Ғәләүетдинова һөйләүендә йәки уҡыуында башҡорт әҙиптәренең бик күп әҫәрҙәре яңғырай, олоһо ла, кесеһе лә уны көтөп ала. Башҡортостан радиоһының алтын фондына бихисап радиоспектаклдәр мнгән. А. Островскийҙың "Бесприданница", Дауыт Юлтыйҙың "Ҡан", Али Карнайҙың "Беҙ ҡайтырбыҙ" һәм башҡа яҙыусыларҙың ижад емештәре шуға асыҡ миҫал. – Бындай халыҡ һөйөүен бер ниндәй ҙә бүтән маҡтаулы исемдәр һәм наградалар алмаштыра алмай, беҙ ҙә Наилә апайҙы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ, – тигән "Башҡортостан" ДТРК
Оглавление
    Наилә апайға – 80 йәш!
Наилә апайға – 80 йәш!

Наилә апайға – 80 йәш!

Архангел районының Тирәкле ауылында тыуып үҫкән.

Башҡорт радиоһының легендар дикторы Башҡортотстандың халыҡ артисы Наилә Ғәләүетдинова үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләй.

Наилә ханым Архангел районының Тирәкле ауылында тыуып үҫкән. Әйткәндәй, дәүләт телерадиоһына эшкә ул бынан 60 йыл элек килгән һәм шул ваҡыттан алып һаман да радио тыңлаусыларҙы үҙенең бәрхәт тауышы менән ҡыуандыра. Башҡорт телен камил белеүе, артистарса үҙенең тотошо, шәп дикцияһы – былар барыһы ла тик Наилә Ғизетдин ҡыҙына хас һыҙаттар.

"Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында Наилә Ғәләүетдинова һөйләүендә йәки уҡыуында башҡорт әҙиптәренең бик күп әҫәрҙәре яңғырай, олоһо ла, кесеһе лә уны көтөп ала. Башҡортостан радиоһының алтын фондына бихисап радиоспектаклдәр мнгән. А. Островскийҙың "Бесприданница", Дауыт Юлтыйҙың "Ҡан", Али Карнайҙың "Беҙ ҡайтырбыҙ" һәм башҡа яҙыусыларҙың ижад емештәре шуға асыҡ миҫал.

– Бындай халыҡ һөйөүен бер ниндәй ҙә бүтән маҡтаулы исемдәр һәм наградалар алмаштыра алмай, беҙ ҙә Наилә апайҙы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ, – тигән "Башҡортостан" ДТРК директоры Азамат Сәлихов.

Фото: Башҡортостан дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы.