Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

ҠУРҠМА, КҮРШЕ, БЫЛ МИН! (Хикәйә)

Айытбай уянып киткәндә, ҡышҡы, йылдай оҙон төн үтеп, яҡтырып килә ине. Йоҡоло күҙҙәрен ыуғылағас, башын бороп, барак бүлмәһен күҙҙән үткәрҙе.
Хөсниямалының урыны буш, тимәк эшкә киткән, ваҡыт туғыҙҙар тирәһе булырға тейеш. Уның Хөсниямалы почта таратыусы булып эшләй.
«Бөгөн ниндәй көн һуң әле, шәмбе булырға тейеш. Эйе, кисә йома булды, бөгөн – шәмбе». Айытбай уфылдай-уфылдай урынынан торҙо. Аяҡтарын һәлендереп диванда, бер аҙ уйланып ултырҙы. Кисә улар эштән һуң, аҙна буйына “победа” тип ҡатындары көн дә биргән аҡсаларынан ҡалған көмөштәрен уртаға һалып, Хәлфиттиндең таныш ҡортҡаһынан ике шешә сәмәкәй алды. Юл ыңғайы кафела, күҙ буяу өсөн күмәгенә бер көрөшкә һыра алып, әллә ни оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай һемерҙеләр ҙә таралыштылар. Эш аҙнаһы үтте, алда ике көн ял, әҙәм балаһына тағы ни кәрәк инде, ошоноһо ла баштан ашҡан.
Уның ысын исеме – Айытбай. Айныҡбай, тип бергә эшләгән иптәштәре ҡушамат таҡты. Айныҡбай тигәндәренә уның бигүк иҫе китеп бармай. Айытбайҙан әллә ни айырылмай. Кешенең ау
Оглавление
    ҠУРҠМА, КҮРШЕ, БЫЛ МИН! (Хикәйә)
ҠУРҠМА, КҮРШЕ, БЫЛ МИН! (Хикәйә)

ҠУРҠМА, КҮРШЕ, БЫЛ МИН! (Хикәйә)

– Был мин! Лариса, ҡурҡма! Күршең Айытбай! – тип көсһөҙ генә тауыш менән өндәште. – Эй! Хоҙайым! Эй, Аллам! Бындай хәлдә һин ҡайҙан? – Хәҙер! Хәҙер һөйләйем! Тәүҙә баҙыңдан сығайым. Айытбай баҙҙа өҫтөн ҡаҡҡыланы ла бер ынтылыуҙа, зиндандан сыҡҡан тотҡон кеүек килеп тә сыҡты. Үҙе ҡалтыранған тауышына йәлләткес тойғолар өҫтәп:

Айытбай уянып киткәндә, ҡышҡы, йылдай оҙон төн үтеп, яҡтырып килә ине. Йоҡоло күҙҙәрен ыуғылағас, башын бороп, барак бүлмәһен күҙҙән үткәрҙе.
Хөсниямалының урыны буш, тимәк эшкә киткән, ваҡыт туғыҙҙар тирәһе булырға тейеш. Уның Хөсниямалы почта таратыусы булып эшләй.
«Бөгөн ниндәй көн һуң әле, шәмбе булырға тейеш. Эйе, кисә йома булды, бөгөн – шәмбе». Айытбай уфылдай-уфылдай урынынан торҙо. Аяҡтарын һәлендереп диванда, бер аҙ уйланып ултырҙы. Кисә улар эштән һуң, аҙна буйына “победа” тип ҡатындары көн дә биргән аҡсаларынан ҡалған көмөштәрен уртаға һалып, Хәлфиттиндең таныш ҡортҡаһынан ике шешә сәмәкәй алды. Юл ыңғайы кафела, күҙ буяу өсөн күмәгенә бер көрөшкә һыра алып, әллә ни оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай һемерҙеләр ҙә таралыштылар. Эш аҙнаһы үтте, алда ике көн ял, әҙәм балаһына тағы ни кәрәк инде, ошоноһо ла баштан ашҡан.
Уның ысын исеме – Айытбай. Айныҡбай, тип бергә эшләгән иптәштәре ҡушамат таҡты. Айныҡбай тигәндәренә уның бигүк иҫе китеп бармай. Айытбайҙан әллә ни айырылмай. Кешенең ауыҙын ябып булмай инде. Ярай, электрик булып эшләгән Сәлимде, Сәркүш тигән кеүек, ҡолаҡҡа ятмаған ҡушамат таҡманылар.
Эх..! Берәр көрөшкә һыра булһа, күңелдәр күтәрелеп күҙ алдары яҡтырып китер ине лә бит. Ҡайҙан алаһың юҡты, тип Айытбай уфтанып ҡуйҙы. Ҡатынының әйткән һүҙҙәрен ҡабатлап «Мечтать не вредно» – тип үҙ алдына мығырҙаны.
Тороп, тегеләй-былай йөрөштөрҙө. Раковинаға яҡын тумбочканы асып ҡараны. Унда баш йүнәтерлек бер нимә лә юҡлығын белһә лә. Ике көндән Яңы йыл етә. Көн ярым эшләһәк, утыҙ берендә байрам алды ҡыҫҡартылған эш көнө. Бәлки, ҡатыны байрамға берәр шешә алып, шкафка ҡуйғандыр. Кем белә! Чем, чёрт не шутит! Бәлки барҙыр. Ул ишекте тартып ҡараны, асылмай. Ҡатыны эшкә киткәндә тыштан йоҙаҡ элгән. Баракта йәшәүселәрҙең күптәренең ишеге тыштан эленмәле йоҙаҡҡа бикләнә. Бер-ике кешелә генә, эстән дә тыштан да асылмалы йоҙаҡ. Сөйҙә элеүле торған эш кейемдәренең кеҫәләрен ҡапшап ҡараны, һуҡыр тин дә ҡалмаған. Кисә бит аванс та биргәйнеләр түгелме? Эйе, биргәйнеләр, тимәк, ҡатыны кеҫәләрен таҙартҡан. Айытбайҙың күҙҙәрере иҙән аҫтына, баҙға төшә торған ҡапҡасҡа төштө. Туҡта! Баҙҙы төшөп ҡарайым. Вдруг! Чем, чёрт не шутит! – тип яратҡан һүҙҙәрен ҡабатлап, ир иҙән аҫтындағы баҙға төштө. Шырпы һыҙып торманы, бүлмәнең ҡап уртаһында янып торған лампочканың яҡтыһы баҙҙың бер өлөшөн яҡтырта. Тоҙлаған ҡыяр, помидор банкыларынан башҡа бер нимә лә күҙгә салынмай. Бер яҡ мөйөшкә өйөлгән кәртүф араларында болғатып ҡараны. Юҡ инде, юҡ, ни хәл ҡылаһың, башты баҙҙың стенаһына бәреп булмай. Күршелә яңғыҙ йәшәгән мәрйә ҡатыны Лариса ла торған, телевизоры ларылдап һөйләй, үҙе иҙән таҡталарын шығырҙатып, тегеләй былай йөрөй.
Айытбай күршеһенең баҙы яғына күҙ ташланы. Ике ара стена, асыуым килмәгәйе, ярты метрҙан саҡ ҡына күберәк булыр, иҙән менән ер араһындағы тупраҡты төрткөләһәң, кеше һыйырлыҡ ара соҡорға була. Бәлки, күршеһенең баҙында берәр нәмә табылыр. «Чем, чёрт не шутит»!.. Айытбай ҡулдары менән ике аралағы ерҙе төрлө яҡҡа төрткөләй торғас, үҙе һыйырлыҡ ара яһаны һәм йылан кеүек шыуышып күршеһенең баҙына килеп тә төштө. Иң элек, күҙҙәре бер аҙ ҡараңғыға күнгәс, баҙҙың эсен байҡаны. Юҡ! Шешә-фәлән күренмәй.
Лариса, яңғыҙ ҡатын, кемдән йәшереп тотһон инде, уның бит тамаҡ төбөн сылатырға яратҡан Айытбайы юҡ. Ни эшләргә? Айытбай һаҡ ҡына баҙҙың ҡапҡасына һуҡҡыланы. Өҫтә яҡынлашҡан аяҡ тауышы ишетелде. Бына, баҙҙың ҡапҡасы асылып китте Лариса күренде.
Айытбай:
– Был мин! Лариса, ҡурҡма! Күршең Айытбай! – тип көсһөҙ генә тауыш менән өндәште.
– Эй! Хоҙайым! Эй, Аллам! Бындай хәлдә һин ҡайҙан?
– Хәҙер! Хәҙер һөйләйем! Тәүҙә баҙыңдан сығайым.

Айытбай баҙҙа өҫтөн ҡаҡҡыланы ла бер ынтылыуҙа, зиндандан сыҡҡан тотҡон кеүек килеп тә сыҡты. Үҙе ҡалтыранған тауышына йәлләткес тойғолар өҫтәп:
– Уф! Үлеп кенә барам! Баш юнәтергә ине, юҡмы шунда берәр йөҙ грамдай, – тип ялбарып Ларисаға ҡараны.
– Бар, нишләп булмаһын, һинең өсөн, Айытбай табылыр, – тип, тумбочкаһынан бер шешә сәмәкәйҙе сығарып та ултыртты. Айытбайҙың ҡыуаныстан күҙ ҡабаҡтары асылып китте. Хужабикә, тоҙло ҡыярын да турап, ҡырлы йөҙ грамлы стаканды өҫтәлгә ҡуйҙы.
– Әйҙә яҡынлаш, үҙең күпме кәрәк һалып эс, башыңды төҙәт, – тип уны табынға саҡырҙы.
Айытбай берҙе һалып түңкәрҙе лә:
– Уф! Рәхмәт инде, ярай һинең кеүек изге күңелле күршеләребеҙ бар, юғиһә донъя көтөүҙәре ауырға төшөр ине, – тип рәхмәт әйтергә лә онотманы.
– Кисә эскәйнеңме? – тип күршеһе үҙ сиратында ҡыҙыҡһынды.
– Эстек шул, аванс та бирҙеләр, эшкә барырға түгел.
Алда ике көн ял. Айытбайҙың башында күңелле генә уй-фекерҙәр ҡуҙғалып ҡуйҙы. «Бына исмаһам, изге күңелле ҡатын. Минең аждаһа түгел инде, ир-аттың хәлен аңлай белә».
– Ир-ат шулай инде, ара-тирә байрам булмаһа ла, байрам яһап алһалар, күңелле булып ҡалалыр инде, – тип һалпы-яҡҡа һалам ҡыҫтырҙы.
Үҙе шарҡылдап көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылып, Айытбайға ҡарап.
– Һин үҙеңде көҙгөнән ҡара әле, кемгә оҡшағанһың, йыуынып ал, – тип көҙгөгә ымлап күрһәтте.
Айытбай көҙгөгә ҡарағас:
– Уй! Аллам! Күрше! Һин батыр йөрәкле ҡатын икән, мин, ир башым менән, ҡурҡыуымдан әллә ни эшләр инем, йөрәгем ярылмаһа ла, валлаһи телдән яҙыр инем. Үҙең уйлап ҡара, иҙән аҫтында кемдер шаҡый, асып ебәреүгә, унда миңә оҡшаған бер өрәк торһон әле, саңға батып бысранып бөткән, – тип ихахайлап көлгән булды.
Бына шулай күңелле генә һөйләшеп ултыра торғас, байтаҡ ваҡыт үткәнен дә һиҙмәнеләр. Ҡапыл, ишекте емерерҙәй булып төйгән тауышҡа икеһе лә һиҫкәнеп, телдән ҡалды. Эйе, тәрән хисле хәбәрҙәргә төшөп һаҡланыу сараларын онотоп ебәрҙеләр шул... Айытбай бармағын өйрәк суҡышына оҡшатып түгәрәкләнгән ирендәренә терәп: «Т-с-с-…» – тип бышылданы ла, һөйләп торған телевизорҙың тауышын көсәйтә төштә, үҙе килгән юлына, иҙән аҫтындағы баҙға сумды. Ишек артында баяғынан да көслөрәк ишек ҡаҡҡан тауыш ишетелде һәм Хөсниямалдың барактың коридорын яңғыратып, стеналарын тишеп сығырлыҡ сәрелдәгән әсе тауышы, барактың стеналарын дер һелкетте.
– Лариса! Ас ишегеңде, Айытбай һиндәме? Асмаһаң хәҙер ишегеңде емереп керәм! Ас тиҙерәк! – үҙе түҙемһеҙләнеп аяғы менән ишекте типкеләне, иҙәндә тыпырҙаны.
Лариса тыныс ҡына тауыш менән:
– Юҡ! Миндә бер кем дә юҡ, хәҙер асам, асҡысымды тапмайым, әллә ҡайҙа ҡуйғанмын, – тигән булып ваҡытты һуҙҙы. Үҙе тиҙ арала өҫтәлдең өҫтөн йыйыштырып, баҙының ҡапҡасын япты, Хөсниямал ишекте емерерҙәй булып дөмбәҫләне, барактың коридорын яңғыратып:
– Хәҙер үк ас ишегеңде! Асмаһаң күршеләрҙе саҡырам! Айытбай һиндә генә, тауышын ишеттем, – тип яр һалды.
–Хәҙер ишекте асам, Хөсниямал! Таптым асҡысымды, Айытбай миндә юҡ, телевизор тауышын ишеткәнһеңдер, – тип һөйләнә-һөйләнә күршеһе ишеген асты.
Хөсниямал, ишек асылыу менән үҙенең йомғаҡ кеүек йоморо кәүҙәһе менән Ларисаның ҡул аҫтынан тигәндәй бүлмәгә йомолдо. Әйтерһең дә, уның Айытбайы һый тулы өҫтәлдең артында, бер нисә йәш ҡатындың уртаһында ултырған да, бар донъяһын онотоп ҡунаҡ була. Лариса ла бар сабырлығын йыйнап, вайымһыҙ ғына:
– Ҡара! Карауат аҫтын, өҫтәл аҫтын ҡара, шифанерҙың эсен ҡара, һинең Айытбайыңдың кәрәге бер тин миңә, – тип алышҡа әҙерләнгән көрәшсе кеүек, бөйөрөнә таянып ҙур күҙҙәрен түгәрәкләндереп, Хөсниямалға ҡарап ҡатты.
Ике ҡатын үҙ-ара аңлашҡансы, Айытбай тиҙ генә иҙән аҫты баҙынан сыҡты ла, шым ғына йылан кеүек, йоҡлаған урынына, юрған аҫтына баштан аяҡ сумды. Ҡолаҡ һалып тыңланы. Улай-былай артыҡ ғауға-фәлән ишетелмәгәс, күҙҙәрен йомдо, ҡатыны яғынан хәҙер буласаҡ һөжүмде ҡайтарырға әҙерләнде. Хөсниямал, бер аҙ тынысланғас:
– Ҡайҙа олаҡҡан икән, ишек бикле, урыны буш, әллә ҡабаланып юнләп ҡараманым. Бына зәхмәт һуҡҡан ир, кисә туңҡандаған кеүек ҡайтып инде, ярар кеҫәһендәге аҡсаһы теүәл, тотонмаған, юғалтмаған…
Хөсниямал бер тында хәбәрен теҙҙе лә, шарт-шорт баҫып сығып та китте. Бүлмәгә ингәс, Айытбайҙың юрғанын һыпыра тартып алды ла:
– Ҡайҙа булдың? Әле генә ҡараным, юҡ инең бит, ҡайҙан һин килеп сыҡтың? – тип тексәйеп ҡараны. Әйтерһең был кеше Айытбай түгел, уның шәүләһе генә.
Айытбай, йоҡоло тауыш менән:
– Сәғәт нисә? Ну мин йоҡоно теткәнмен икән, – тигән булып ауыҙ эсенән мөңгөрләне.
– Сәғәт ни, ун ике була, баҙҙың ҡапҡасы асыҡ, унда нимә эҙләнең?
– Әллә нәмә ҡыштырлаған кеүек ишетелгәс, әллә сысҡан йөрөйме, тип асып ҡараным. Ябып торманым, тыңлап ятып йоҡлап киткәнмен, – тип һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа борған булды Айытбай. Ә үҙен, шатлығынан, күктең етенсе ҡатындағы кеүек хис итте. Башын төҙәтте, күңеле күтәренке, ҡатыны бер ниҙә һиҙмәне кеүек. «Эт күңеле – бер һөйәк» тигән кеүек, тағы ни кәрәк инде. Ул арала күршеһе Лариса килеп инде.
– Йә! Айытбайың табылдымы? – Үҙе мут йылмайып сырҡылдап көлөп ебәрҙе.
– Табылмай, ҡайҙа булһын ул! Ана, ята юрған аҫтында. Ышанһаң – ышан, ышанмаһаң – юҡ, әле генә юҡ ине, әле бар, урынында йоҡлап ята. Ғәләмәт был донъя, – тигән булды Хөсниямал уфтанып.

Авторы Хәмзә Ишдәүләтов.

-2