🐎 Йылҡыла үт юҡ, ҡоро үләндә һөт юҡ, түрәлә ҡот юҡ. 🐎 Йоҡлаған йоҡо тапҡан, йоҡламаған йылҡы тапҡан. 🐎 Ҡунаҡтың аты ла ҡунаҡ. 🐎 Аттың хаҡы оло, айғырҙың даны оло. 🐎 Егет күрке дан менән, айғыр күрке ял менән. 🐎 Менгән атың аҡбуҙ булһын, һѳйгән йәрең йәш ҡыҙ булһын. 🐎 Абынмаҫ ат булмаҫ. 🐎 Азамат ирҙең билдәһе — аҙ һѳйләр ҙә күп тыңлар, арғымаҡ аттың билдәһе — аҙ уртлар ҙа күп юшар. 🐎 Аҙыҡлы ат арымаҫ, дағалы ат таймаҫ. 🐎 Ай айламай ат маҡтама, йыл йылламай килен маҡтама. 🐎 Айыу алыр егетте атынан танырҙар, бүре алыр егетте бүркенән танырҙар. 🐎 Аҡыл — теҙген, ҡылыҡ — ат, теҙгенеңде белеп тарт. 🐎 Ир-егеттең эсендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр. 🐎 Аҡыллының аты ла арымаҫ, туны ла туҙмаҫ. 🐎 Аҡылһыҙ атҡа менһә, атаһын танымаҫ. 🐎 Алыҫ юл атты һынай, ауыр юл ирҙе һынай. 🐎 Андыҙ барҙа — ат үлмәҫ. 🐎 Арыған ат соҡор һанай, асыҡҡан ат ҡулыңды ялай, яратҡан ат күҙеңә ҡарай. 🐎 Ас ҡалмаған аш ҡәҙерен белмәҫ, йәйәү йѳрѳмәгән ат ҡәҙерен белмәҫ. 🐎 Асыуыңды ат итһәң, аҡылыңды теҙген ит. 🐎 А