Яңы йылды ҡаршылаған айлы кисендә һәм ҡояшлы ап-аяҙ һалҡын һыуыҡта Тайҡаштың өлкән быуынын Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән тәбриәкләп сығыу ауылдың бер ғөрөф- ғәҙәтенә әүерелгән дә инде Быйыл да ауыл йәштәре байрамдың төп ҡунаҡтары менән, йылдың беренсе көнөн, ололарҙан фатиха алып, уларға ауыл биләмәһе исеменән бүләктәр өләшеп сыҡтылар. Бар ғүмерен тыуған ауылдарына бағышлаған ағинәйҙәребеҙ бөгөнгө көндә лә ауылдаштарына үрнәк һәм кәңәшсе булып йәшәйҙәр. Оло йәштәренә ҡармаҫтан өйҙә улар ҡул эштәре менән шөғөлләнәләр, күрше-күләм һәм туған-тумасалары килһә тәмле аш һәм сәй ҡуйып һыйлайҙар. Бына ошондай улар беҙҙең Ҡариҙел районы Тайҡаш ауылының быйыл 93 йәшен тултырыусы Сәҙретдинова Мәнзүмә, 90 йәштәрен билдәләүсе Ғәрифуллина Мөсәлиә һәм Ғәлиәхмәтова Фәнзиә, шулай уҡ 89 йәшлек Ғәйнуллина Рәфиғә инәй. Уларға беҙ оҙон һәм бәхетле ғүмер кисереп ауылдаштары менән ҡыуанышып йәшәүҙәрен теләйбеҙ. В с. Тайкаш Караидельского района уже стало традицией в новогодние дни поздравлять старшее поколени