Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Әсәйемдең бер ҡасан да тәне һыҙламаны, башы ауыртманы

Өлкән йәштәге кешеләр өсөн - һаулыҡҡа бәйле кәңәш. "Ҡатын-ҡыҙ олоғая башлаһа, организмында үҙгәрештәр тоя. Мәҫәлән, йә тән ойой, йә өшөй, йә ҡыҙыша. Әлбиттә, сәбәбе өлкәнәйеү сәбәпле матдәләр алмашыныуынан йә остеохондроз ауырыуынан да булырға мөмкин. Магний, В группаһы витаминдары (алма, эремсек, бауыр ите, сыр, йомортҡа, кәбеҫтә, баҙам (миндаль) сәтләүегендә В витамины айырыуса күп була) етмәһә, тән ойой. Ҡан ҡуйырып китһә, аҙ ҡанлылыҡ булғанда, гемоглобин төшһә лә шулай. Оло йәштәге кешеләргә күберәк ҡанды шыйығайта торған ризыҡтар ҡулланырға кәрәк. Барыһы ла ашауға бәйле. Көн дауамында һарымһаҡлы ашамлыҡ ҡулланырға, күберәк һыу эсергә кәрәк. Минең әсәй сәйнүктә ҡалған йылы һыуҙы банкаға ағыҙып, бер аҙ балан, 12-13 йөҙөм, бер аш ҡалағы шәкәр ҡомо, борсаҡ хәтлем генә сүпрә һала ине. Кистән яһап ҡуя, иртән шуны эсә. Ҡулдары ойоманы, тәне һыҙламаны, башы ауыртманы. Бер ҙә зарланманы. Ауыртһа, бер әйтмәһә, бер әйткән булыр ине. Беҙгә лә, иренмәгеҙ, яһап эсегеҙ, үҙегеҙ өсөн кәрәк, ти тор
Оглавление
    Әсәйемдең бер ҡасан да тәне һыҙламаны, башы ауыртманы
Әсәйемдең бер ҡасан да тәне һыҙламаны, башы ауыртманы

Әсәйемдең бер ҡасан да тәне һыҙламаны, башы ауыртманы

Ҡулдары ойоманы, тәне һыҙламаны, башы ауыртманы. Беҙгә лә, иренмәгеҙ, яһап эсегеҙ, үҙегеҙ өсөн кәрәк, ти торғайны мәрхүмкәйем. Бының өсөн сәйнүктә ҡалған йылы һыуҙы банкаға ағыҙып...

Өлкән йәштәге кешеләр өсөн - һаулыҡҡа бәйле кәңәш.

"Ҡатын-ҡыҙ олоғая башлаһа, организмында үҙгәрештәр тоя. Мәҫәлән, йә тән ойой, йә өшөй, йә ҡыҙыша. Әлбиттә, сәбәбе өлкәнәйеү сәбәпле матдәләр алмашыныуынан йә остеохондроз ауырыуынан да булырға мөмкин. Магний, В группаһы витаминдары (алма, эремсек, бауыр ите, сыр, йомортҡа, кәбеҫтә, баҙам (миндаль) сәтләүегендә В витамины айырыуса күп була) етмәһә, тән ойой. Ҡан ҡуйырып китһә, аҙ ҡанлылыҡ булғанда, гемоглобин төшһә лә шулай.

Оло йәштәге кешеләргә күберәк ҡанды шыйығайта торған ризыҡтар ҡулланырға кәрәк. Барыһы ла ашауға бәйле. Көн дауамында һарымһаҡлы ашамлыҡ ҡулланырға, күберәк һыу эсергә кәрәк. Минең әсәй сәйнүктә ҡалған йылы һыуҙы банкаға ағыҙып, бер аҙ балан, 12-13 йөҙөм, бер аш ҡалағы шәкәр ҡомо, борсаҡ хәтлем генә сүпрә һала ине. Кистән яһап ҡуя, иртән шуны эсә.

Ҡулдары ойоманы, тәне һыҙламаны, башы ауыртманы. Бер ҙә зарланманы. Ауыртһа, бер әйтмәһә, бер әйткән булыр ине. Беҙгә лә, иренмәгеҙ, яһап эсегеҙ, үҙегеҙ өсөн кәрәк, ти торғайны мәрхүмкәйем. Ауырымағыҙ!" - тип яҙған бер апай.

Автор фотоһы.

Сығанаҡ: https://vk.com/yasmine_gazeta

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...