Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яман ғәҙәт йәшәү йәмен ебәрмәһен

Бауыр циррозынан үлем осраҡтарының 69 проценты, кардиопатия һәм миокардиттан – 61%, панкреатиттан 47% алкоголле эсемлектәр ҡулланыу ҡулланыу менән бәйләнгән. 200-ҙән ашыу сир ошо алама ғәҙәттән икәнлеген хәтерҙән сығармайыҡ. Суд-экспертиза тикшереүҙәре лә күп кенә ағыуланыу осраҡтарының этил спиртына бәйлелеген күрһәтә. Белгестәр раҫлауынса, алкоголдең хәүефһеҙ дозаһы юҡ, шуға күрә психик һәм физик яҡтан да сәләмәт шәхес тәрбиәләү өсөн алкоголизмды иҫкәртеү бала саҡтан, үҫмерлек осоронан башланырға тейеш. Сәләмәт тормош менән йәшәү, өйҙә эскелек менән шөғөлләнмәү, дөрөҫ туҡланыу, көн режимын күҙәтеү яҡшы һөҙөмтә бирә. Мәктәптә уҡытыусының уҡыусылар менән тығыҙ бәйләнеше, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә ылыҡтырыу, аңлатыу эштәре алып барыу балаларҙы насар ғәҙәттәрҙән аралаясаҡ. Дәүләт тарафынан да йәш быуынды “йәшел йылан” ағыуынан һаҡлау буйынса һөҙөмтәле саралар файҙаланыла. 18 йәштән кесерәктәргә сауҙа нөктәләрендә алкоголле эсемлектәр һатылмай. Бәлиғ булмағандарҙы эскелеккә
Оглавление
    Яман ғәҙәт йәшәү йәмен ебәрмәһен
Яман ғәҙәт йәшәү йәмен ебәрмәһен

Яман ғәҙәт йәшәү йәмен ебәрмәһен

29 декабрҙән 11 ғинуарға тиклем Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Яңы йыл байрамдарында алкоголле эсемлектәрҙе артыҡ ҡулланыуҙы иҫкәртеү аҙналығын үткәреү тураһында иғлан итте.

Бауыр циррозынан үлем осраҡтарының 69 проценты, кардиопатия һәм миокардиттан – 61%, панкреатиттан 47% алкоголле эсемлектәр ҡулланыу ҡулланыу менән бәйләнгән. 200-ҙән ашыу сир ошо алама ғәҙәттән икәнлеген хәтерҙән сығармайыҡ. Суд-экспертиза тикшереүҙәре лә күп кенә ағыуланыу осраҡтарының этил спиртына бәйлелеген күрһәтә.

Белгестәр раҫлауынса, алкоголдең хәүефһеҙ дозаһы юҡ, шуға күрә психик һәм физик яҡтан да сәләмәт шәхес тәрбиәләү өсөн алкоголизмды иҫкәртеү бала саҡтан, үҫмерлек осоронан башланырға тейеш. Сәләмәт тормош менән йәшәү, өйҙә эскелек менән шөғөлләнмәү, дөрөҫ туҡланыу, көн режимын күҙәтеү яҡшы һөҙөмтә бирә. Мәктәптә уҡытыусының уҡыусылар менән тығыҙ бәйләнеше, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә ылыҡтырыу, аңлатыу эштәре алып барыу балаларҙы насар ғәҙәттәрҙән аралаясаҡ. Дәүләт тарафынан да йәш быуынды “йәшел йылан” ағыуынан һаҡлау буйынса һөҙөмтәле саралар файҙаланыла. 18 йәштән кесерәктәргә сауҙа нөктәләрендә алкоголле эсемлектәр һатылмай. Бәлиғ булмағандарҙы эскелеккә йәлеп иткән өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҡаралған.

Алкоголдән баш тартҡан кешелә ниндәй үҙгәрештәр күҙәтелеүе мөмкин? Беренсенән, тән ауырлығы кәмей, сөнки спирт матдәләр алмашыныуын кәметә. Икенсенән, алкоголь – “буш” калориялар сығанағы.

Эсеүен ташлаған кешенең йоҡоһо тәрәнәйә, тәне көс йыя. Ул үҙенең хәтере, баш мейеһе эшмәкәрлегенең яҡшырыуын тоя башлай. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, спирт баш мейеһендәге нейрондар араһындағы бәйләнеште боҙа. Ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлегенең боҙолоуына ла сәбәпсе булыуы ихтимал, сөнки ул туҡланыу матдәләрен үҙләштереүгә булышыусы ашҡаҙан һәм эсәклектең лайлалы тиресәһе күҙәнәктәрен юҡ итә.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш белгесе, психиатр-нарколог Татьяна Николаевна Старостина ла эскелектең һаулыҡ өсөн зыянлы икәнлеге хаҡында белдерә. Алкоголь ҡулланыу тиренең һығылмалылығын һәм шымалығын һаҡлаусы коллагенды тарҡата. Был алама ғәҙәттән ҡотолоу артериаль ҡан баҫымын көйләүгә булыша. Ашҡаҙандың ауыртыуы, эс китеүе, ҡорһаҡ ҡабарыуы – спиртлы эсемлектәр менән мауығыуҙың йыш осраған хәүефле сәбәптәре. Алкоголь организмдың тәбиғи һаҡсыһы – иммунитетты ҡаҡшатыуы менән хәүефле.

Автор фотоһы.