"Тәмәкелек аҡса бир әле"
Онкология диспансерында ятам. Бер көн уйламағанда палатаға ирем килеп ингәс, нимә булды икән тип, йөрәгем "жыу" итеп ҡалды. Ә ул, баҡһаң, минән аҡса һорарға килгән икән. Был һүҙҙәрен ишеткәс...
Онкология диспансерында оҙаҡ, бик оҙаҡ яттым. Һыҙланыу, аһ-зар, үҙәкте өҙгөс әрнеү, үпкә, әсе күҙ йәштәре, өмөтһөҙлөк... Барыһын да күрҙем, кисерҙем, йөрәгемдән үткәрҙем. Йәшәүгә йәбешеү өсөн “һуңғы һалам”... Тап шулай тип ҡабул итә күптәр был диспансерҙы. Ә “яр” ситенә нимә килтереп терәй һуң әҙәм балаһын?
...Йәшләй кейәүгә сығып, бер-бер артлы өс бала таптым. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары. Колхоз тарҡалыу сәбәпле эшһеҙ ҡалған ирем, өмөтһөҙлөккә бирелеп, эскегә һабышты. Һүҙ әйтеп ҡара – сыраһыҙ тоҡанырға тора, типкесләп ырғытыр. Холҡон белгәнгә күрә, бесәй кеүек кенә йөрөнөм, ирем сираттағы “һунар”ҙан ҡайтыуға сабыйҙарымды йоҡлатып өлгөрөргә тырыштым. Артабан нисек йәшәргә һуң? Балаларҙың тамағын нисек туйҙырырға? Бәләкәсемә йәш ярым тула, тимәк, күҙ терәп торған аҡсанан да яҙасаҡбыҙ...
Тәүәккәлләп, күрше райондағы әхирәтем менән бергә ҡырҙан тауар ташып һата башланым. Балалар – әсәйемдә, айнымаған ирем иһә беҙҙең өйҙә юҡлыҡты һиҙмәне лә кеүек. Тәүлектәр буйына өҙлөкһөҙ эшләү, сауҙаға хас ығы-зығы, ғауға, этеш-төртөш... Ямғыр һибәләп тороуға, әсе елдең үҙәккә үтеүенә, күҙ асҡыһыҙ бурандарға, тәнде үтә һуҡҡан сатлама һыуыҡтарға ҡарамайынса, һәр саҡ юлда булыу... Хәлдән тайып йығылыр сиккә еткәндә лә, балаларыңды уйлап, атларға көс табыу... Күҙҙәрҙә нур һүнгән, яурындар һәленгән, ҡулда – ҙур-ҙур сумкалар...
Шулай йылдар үтте. Тырышлыҡ бушҡа китмәй инде: етеш тормошта буй еткергән балаларым, бер-бер артлы мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йорттарында белем ала, эсмәгәненә байтаҡ ваҡыт уҙған ирем хәҙер – һалмаҡ ҡына атлап йөрөгән мыҡты кәүҙәле ҡупшы уҙаман. Бер нигә мохтажлыҡ кисермәй, еңел йәшәйҙәр. Минең һуңғы арала хәлһеҙ йөрөүемә, тиҙ арыуыма ла иғтибар итмәйҙәр кеүек. Аҡса булһа, шул еткән.
Ә минең хәл, ысынлап та, насар ине. Район табиптары баш ҡалаға ебәргәс, түшемдә яман шеш барлығы асыҡланды. Өсөнсө стадия... Ҡайтҡас, был хаҡта яҡындарыма илай-илай һөйләнем. Ә улар ныҡлап төшөнмәне лә шикелле. Әллә ышанманылар, әллә ишетергә теләмәнеләр... Йәйге каникулға ҡайтҡан балаларым өндәшмәй генә сығып таралды, ирем телевизорға текәлде. “Ҡапыл әйтеп әллә шаңҡыттым инде яҡындарымды?” – тип үҙемде эстән генә әрләргә тотондом.
Ә улар икенсе, өсөнсө көндә лә үҙгәрмәне, хәлемде һораманы, яныма килеп һөйләшеп ултырырға уйламаны. Шул саҡта башыма бер уй килеп бәрҙе: бәй, кем һуң мин? Яратҡан әсәйме, һөйөклө ҡатынмы, әллә аҡса табыусы “йөк аты”мы? Һуңғыһылыр. Тимәк, эшлектән сыҡҡас, кәрәгем юҡ хәҙер...
Ауылдағы ике магазинымды ябып, өйҙән ҡасып тигәндәй дауаханаға килеп яттым. Еңелерәк булып ҡалды. Бындағы күпселек – минең кеүек һуңғы сиккә етеп туғарылған “йөк аттары”. Бер-беребеҙҙең хәлен, һыҙланыуҙарын ҡараштарҙан аңлайбыҙ, ошо хәлгә етеүебеҙҙең сәбәбен эҙләйбеҙ, үткән ваҡиғалар туҡтауһыҙ күҙ алдына баҫа...
Яҡындарым яныма килер тип көтмәй инем. Әммә бер-ике аҙнанан палата ишеген шаҡыған иремде күреп, йөрәгем “жыу” итеп ҡалды.
– Нимә булды? – телемә килгән тәүге һүҙҙе әйттем. – Балалармы?..
Ә ирем, тағы ла аптыратып, бер ни ҙә булмауын әйтте, тышҡа сығып йөрөп килергә саҡырҙы.
Сыҡтыҡ.
– Тота килеп магазиндарҙы яптың да...
Еңел һулап ҡуйҙым. Мин күптән күнеккән ғәйепләү һүҙҙәре был.
– Элек кәрәкле нәмәне бушлай барып алына ла кителә ине, – тип дауам итте ир. – Ә хәҙер нишләргә тейешмен? Етмәһә, аҡсаһыҙ. Һорайым, бурысҡа биреп тә тормайҙар бит. Кешегә көнөң ҡалһа... Ә һин телефоныңды һүндереп ҡуйҙың. Өйҙә ашарға бөтә нәмә бар ҙа ул. Бына тәмәкеһеҙ йонсола...
Һүҙһеҙ-ниһеҙ кире инеп китеп, аҡса сығарып тотторҙом. Ирем, йомошо үтәлгәс, йәһәтләп китеп барҙы...
Дөрөҫ йәшәгәнменме? “Юҡ! – тим үҙ-үҙемә. – Ғаилә хаҡына яңғыҙым барлыҡ донъя йөгөн иңемә алып, бөтәһе өсөн ҙур яуаплылыҡ тойоп, күтәрә алмаҫтай бурыстарҙы атҡарып, үҙемдең кем икәнемде онотҡанмын. Ә бит мин – ҡатын кеше. Ә ниңә төп бурысымдан ситкә киттем һуң? Кем ғәйепле?..” Шул саҡ күңел төпкөлөмдән иремә булған барлыҡ үпкәләрем урғылып сыға башланы. Ғәфү иттем тиһәм дә, рәнйеүем үтмәгән, тәрәнгәрәк инеп “йәшеренгән” икән. Белгестәр әйтеүенсә, тап шул үпкә, ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо, төп тәғәйенләнештән ситләшеү ҡатын-ҡыҙҙың түшендә, аналығында яман шеш барлыҡҡа килтерә. “Туҡта! – тип бойора кеүек ҡаты сир. – Һин – ҡатын кеше. Дөрөҫ йәшәмәйһең, тормошоңдо үҙгәрт!”
...Яңыраҡ автобуста бер ҡатынды осраттым. Хас та минең йәш саҡтағы кеүек: ике ауыр сумка күтәргән, йөҙө йонсоу, бер яҡ ҡулы шешкән... Яман шеш икәненә шунда уҡ төшөндөм. Аңлатырға тырышыуыма ҡолаҡ та һалмай китеп барҙы. Нисек йәшәйбеҙ беҙ, ҡатындар? Ниңә үҙ-үҙебеҙгә ҡул һелтәйбеҙ?..
(Районда йәшәгән ҡатындан яҙып алынды).
Фото: "Башинформ".
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan