Найти в Дзене

Якоб футбол уйнай

Бөгөн Якоб әсәһе менән балалар майҙансығына бара. Якоб бик шат, сөнки майҙансыҡ янында ысын футбол ҡапҡалары булған ялан бар! Якобҡа спортсыларҙыҡы кеүек ысын-ысындан ҡара-аҡ футбол тубы бүләк иттеләр, һәм хәҙер ул уны дуҫтары менән уйында һынап ҡарарға теләй. Яланда София, Лео һәм тағы бер таныш булмаған малай көтә.
— Мин дә ҡушыла аламмы? — тип һорай ул.
Әлбиттә, балалар ризалаша!
Уйын башлана!

Бөгөн Якоб әсәһе менән балалар майҙансығына бара. Якоб бик шат, сөнки майҙансыҡ янында ысын футбол ҡапҡалары менән ялан бар! Якобҡа спортсыларҙыҡы кеүек ысын-ысындан ҡара-аҡ футбол тубы бүләк иттеләр, һәм хәҙер ул уны дуҫтары менән уйнап ҡарарға теләй. Яланда София, Лео һәм тағы бер таныш булмаған малай көтә.

— Мин дә ҡушыла аламмы? — тип һорай ул.

Әлбиттә, балалар ризалаша!

Уйын башлана! Барыһы ла туп артынан йүгерә.

Һәр кем тупты үҙе менән алып барырға һәм ҡапҡаға индерергә тырыша. Ләкин ул йыш ҡына ситкә оса. Ҡурҡыныс түгел! Балалар уйынды дауам итә.

Фух! Туп артынан йүгереү, уға тейеп ебәрергә тырышыу — еңел эштәрҙән түгел! София тайып китә, әммә йығылмай.

Ә бына ерҙә тағы кемдер ята: ҡарағыҙ әле, был Лео! Ул абынып йығыла.

— Ауыртамы?— тип һорай яңы килгән малай.

— Юҡ, ауыртмай! — Лео хатта көлә.

Хәҙер туп Якобҡа эләгә. Һәм ул ҡапҡаға типкеләй.

Ух, бик көслө булды! Туп бик йыраҡҡа тәгәрәй. Лео һәм уларҙың яңы дуҫтары уны ҡыуып китәләр. Ләкин Якоб тупҡа беренсе булып етә.

— Мин беренсе! — тип ҡысҡыра ул.

Эйе, Якоб йүгереүҙә оҫта!

Хәҙер бик иғтибарлы булырға кәрәк! Якоб темпын бер аҙ кәметә һәм тупты яйлап алып бара, туп йыраҡҡа китмәһен өсөн. Ул ҡапҡаға бик яҡын! Якоб ҡарап ала ла тупҡа тибә!

Го-о-о-ол! Якоб бик шат! Ул теүәл тупҡа тибә һәм гол индерә.

Дуҫтары ла шат. Улар бик яҡшы уйынсылар! Кем хәҙер гол индерәсәк?

Малайҙар уйынды дауам итә. Ай-ай-ай! Был юлы туп ҡапҡаға түгел, күрше баҡсаһына эләкте!

Хәҙер ни эшләргә? Ҡапҡаһынан инеп, тупты алырғамы?

балаларҙын бер кем дә лә ҡыйыулығы етмәй...

Ҡурҡыныс түгел! Күршеләр асыуланмаҫтар. Һәм туп клумбаға ла, кәрзингә лә түгел, ә һуҡмаҡҡа төшкән.

Якоб күршеләргә барырға иткәйне, шул уҡ бөтәһе лә ҡурҡып ҡала.

-Гав-гав-гав!

Эт! Ул бик яҡын тирәләрдә өрә!

Ой! Уларҙың яңы дуҫтары майҙансығын икенсе яғына ҡаса. Ул эттәрҙән бик ҡурка. Лео ипләп кенә ҡапҡаны аса. София бағана артынан ҡурҡып ҡарай.

Эт ҡайҙа?

— Әәә! Бына ул! — ти Якоб уны күреп.

Эт аҡ йәймә артына йәшеренгән. Хәҙер Якоб уның бәйле торғанын күрә. Улайһа, барыһы ла яҡшы!

Якоб тупҡа әкрен генә яҡынлаша. Уға ҡурҡыныс. Эт тағы ла шулай ҡысҡырып өрмәһен ине! Әммә юҡ, ул хатта ҡойроғон бер аҙ сайҡай! Якоб тупты ала.

Ура! Уйын дауам итә.

Ял итеү ваҡыты етте! Кескәй футболсылар йүгереүҙән хәлһеҙләнгән, улар һыуһаған һәм асыҡҡандар.

Якобтың әсәһе ашарға әҙерләп ҡуйған. Ул балаларҙы апельсин һуты һәм һыу, банан һәм алма, груша һәм салат менән һыйлай. Бөтәһе лә бик тәмле! Балалар яҡшы туҡланған.

Мәктәптән Конни ҡайта.

— Конни, Конни! — тип ҡыуана Якоб. — Ә мин гол индерҙем! — тип апайға  һоҡланып һөйләй.

Конни ҙә ағай өсөн шат. Пикниктан һуң ул малайҙарҙың һәм Софияның ҡапҡаға нисек шәп итеп тупты тибеүен ҡарарға теләй.

Арыған Якоб велосипед прицебына менеп ултыра.

— Әсәй! Мин ысынлап та матур гол индерҙем, шулаймы?

Әсәйе баш һелкәй. Ул уның уңыштарына ҡыуана.

Якоб тупты ҡыҫып тотҡан килеш юлға ҡарай. Уларҙың юлы ысын футбол майҙаны янынан үтә. Футболсыларҙың бер-береһенә матур итеп тупты тибеүен ҡарап тороу күңелле! Якоб уларға ҡулын болғай, һәм ҡапҡа һаҡсыһы ла яуап итеп болғап ебәрә!

— Әй, ҡапҡа һаҡсыһы, уйынды яҡшыраҡ ҡара, юғиһә тупты үткәреп ебәрерһең!

Якоб хәҙер үк һикереп төшөп, ҡапҡа һаҡсыһына үҙенең гол индерә алыуын күрһәтергә бик теләй ине. Ләкин әсәһе һәм Конни менән өйгә ҡайтырға кәрәк. Якобға ял итергә ваҡыт, иртәге уйынға көс туплау өсөн!