Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

Кисә "Урал" физкультура сәләмәтләндереү комплексында мини футбол буйынса 10 команда араһында 17-се тапҡыр район-ара турнир үткәрелде

Ярышта Бөрйән, Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ райондары һәм ҡалалары футболсылары ҡатнашты. Көсөргәнешле ярышта Учалы ҡалаһынан шахта төҙөүсөләр идаралығы командаһы 1-се урынды яулап кубок алыуға өлгәште. 2-се урынға шулай уҡ Учалы районынан "Блексервис" егеттәре командаһы лайыҡ булды. Бөрйәндән "Строй двор" магазины етәксеһе Вилдан Кәримов етәкселегендәге "Фурҡан" командаһы 3-сө урын менән ризалашты. Еңеүсе командаларға район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе Ирек Ғәлим улы Шәмиғолов маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар һәм кубоктар тапшырҙы. Ярыш һуң бөтөүгә ҡарамаҫтан спортсылар яҡшы кәйефтә таралышты.👍 "Таң" гәзитенә ҡушылығыҙ: ➡️ МАХ-канал😄ТГ-канал

Кисә "Урал" физкультура сәләмәтләндереү комплексында мини футбол буйынса 10 команда араһында 17-се тапҡыр район-ара турнир үткәрелде.

Ярышта Бөрйән, Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ райондары һәм ҡалалары футболсылары ҡатнашты.

Көсөргәнешле ярышта Учалы ҡалаһынан шахта төҙөүсөләр идаралығы командаһы 1-се урынды яулап кубок алыуға өлгәште. 2-се урынға шулай уҡ Учалы районынан "Блексервис" егеттәре командаһы лайыҡ булды. Бөрйәндән "Строй двор" магазины етәксеһе Вилдан Кәримов етәкселегендәге "Фурҡан" командаһы 3-сө урын менән ризалашты.

Еңеүсе командаларға район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе Ирек Ғәлим улы Шәмиғолов маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар һәм кубоктар тапшырҙы.

Ярыш һуң бөтөүгә ҡарамаҫтан спортсылар яҡшы кәйефтә таралышты.👍

"Таң" гәзитенә ҡушылығыҙ: ➡️

МАХ-канал😄ТГ-канал

-2
-3
-4
-5
-6
-7
-8
-9