Дауахана палатаһында ике кеше ятҡан. Берәүһенең карауаты тәҙрә эргәһендә, икенсеһенеке ишек төбөндә, ти. – Тышта ниҙәр бар, һөйлә әле? – тип үтенгән һәр саҡ яҡтылыҡты күреүҙән мәхрүм ир. Тегеһе иһә гелән ҙур ихласлыҡ менән бәйән иткән: эргәлә шундай матур быуа, уның аша һалынған семәрле күперҙә тороп, балыҡсылар ҡармаҡ һала, яр буйындағы ҡыуаҡтарҙа ҡоштар моң өләшә, ана үҙҙәрен бесәй аңдып тора, ҡырҙағы эскәмйәлә ғашиҡ ҡыҙ менән егет серләшә, күктә йөрәккә оҡшаған болоттар йөҙә... Көн һайын – бер-береһен ҡабатламаған ҡыҙыҡлы, мажаралы ваҡиғалар. Уларҙы тыңлай торғас, ишек төбөндә ятҡан сирленең күңелендә асыу, көнсөллөк тыуған: “Ниңә тормош ғәҙелһеҙ? Ни өсөн нәҡ мин ишек төбөндә ятырға, яҡтылыҡты күрмәҫкә тейеш?” Ирҙең нәфрәте шул ҡәҙәр көсәйгән, хатта ул бер төндә тәҙрә янындағы ауырыуҙың хәле ҡапыл насарайғанын ишетһә лә, ҡул һуҙымындағы сигнал төймәһенә баҫмаған. Йоҡлағанға һалышҡан. Иртәнсәк иһә санитарҙар күршеһенең мәйетен тейәп алып сығып киткәс, үҙен тәҙрә янына күсереүҙәр