Уйҙарымда бик йыш осоп киләм Ҡырағай ат-тарпан иленә. Ҡылған тулҡынланған сал далаға, Аҡбуҙаттың сыҡҡан күленә. Меңәр йылдар хозур Уралында Тарпан менән башҡорт йәшәгән. Илен һаҡлап батыр ҡанын ҡойған, Өйөр һаҡлап аҫау кешнәгән... Эйәр һалған Ваҡыт тарпанға ла, Башҡорт атын белә заманым. Әллә шуға һәр саҡ йылҡы йылын Башҡорт йылы, тиеп һананым. Башҡорт аты һымаҡ әрһеҙ, сыҙам Заман йөгөн тартҡан халҡыма, Ошо йылда уңыш юлдаш булһын Яҡты киләсәге хаҡына. Тынып ҡалған дала буйлап елһен Өйөр-өйөр башҡорт аттары. Уңалһындар ерҙең яралары, Юғалһындар илдең "аһ"тары. Йылҡы йылы - Башҡортостан йылы, Рәсәй йылы - быны беләбеҙ. Өмөт, хыял, ҙур ышаныс менән Киләсәккә бергә еләбеҙ. Тимер НИӘТШИН.