Вадим Харисов 2006 йылдың 1 авгусында Башҡортостандың Межгорье ҡалаһында тыуған. Өс йәшендә иҫәпләй башлай, биш йәшендә үҙе уҡырға өйрәнә. Бала сағында футбол, хоккей уйнай, көрәш секцияһына һәм бейеү түңәрәгенә йөрөй. Өҫтәл теннисы уйнай, тренажерҙарҙа шөғөлләнә. Компьютер уйындары менән мауыға. Етенсе класта химия менән ҡыҙыҡһына башлай, дәрестәрҙән һуң өҫтәмә эштәр ала. Был фәнде ныҡлап өйрәнеү өсөн 13 йәшендә Өфөгә Республика инженер лицей-интернатына уҡырға килә. Лицейҙа Вадим Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы ойошторған химия түңәрәгендә шөғөлләнә. Химия буйынса республика үҫмерҙәр олимпиадаһында еңеүсе була. “Сириус” белем биреү үҙәгендә, химия йәйге мәктәптәрендә һәм төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Ике тапҡыр химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүгә өлгәшә, Ҡаҙағстанда уҙған Менделеев халыҡ-ара химия олимпиадаһында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтә, 2023 йылда Цюрихта 55-се Халыҡ-ара химия олимпиадаһында беренсе урынды яулай. 2024 йылдың яҙында Ҡытайҙа химия буйынса Менделеев халы