Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бер мең кешене хеҙмәтләндерәсәк

Балаҡатай районының Ҡарлыхан ауылында, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, заманса табиплыҡ амбулаторияһы асылды. Яңы амбулатория – алдынғы технологияларҙы һәм уңайлы мөхитте берләштергән заманса медицина үҙәге. Һуңғы быуын ҡорамалы, уңайлы йыһаз, яҡшы эш шарттары һәм пациент хаҡында хәстәрлек ышаныс мөхитен тыуҙыра. Өлкәндәр һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн пандус ҡуйылған. Яңы амбулатория бер меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк, 192-һе – балалар. Медицина учреждениеһында педиатр, терапевт, стоматолог-терапевт, стоматолог-хирург һәм шәфҡәт туташтары халыҡты ҡабул итәсәк. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтел
Оглавление
    Бер мең кешене хеҙмәтләндерәсәк
Бер мең кешене хеҙмәтләндерәсәк

Бер мең кешене хеҙмәтләндерәсәк

Медицина учреждениеһында педиатр, терапевт, стоматолог-терапевт, стоматолог-хирург һәм шәфҡәт туташтары халыҡты ҡабул итәсәк

Балаҡатай районының Ҡарлыхан ауылында, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, заманса табиплыҡ амбулаторияһы асылды.

Яңы амбулатория – алдынғы технологияларҙы һәм уңайлы мөхитте берләштергән заманса медицина үҙәге. Һуңғы быуын ҡорамалы, уңайлы йыһаз, яҡшы эш шарттары һәм пациент хаҡында хәстәрлек ышаныс мөхитен тыуҙыра. Өлкәндәр һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн пандус ҡуйылған.

Яңы амбулатория бер меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк, 192-һе – балалар. Медицина учреждениеһында педиатр, терапевт, стоматолог-терапевт, стоматолог-хирург һәм шәфҡәт туташтары халыҡты ҡабул итәсәк.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!