Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

БПЛА һөжүм итмәһен өсөн

29 декабрҙә Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡ күп йөрөгән урындарҙа хәүефһеҙлек мәсьәләһенә ентекле туҡталды. Ул, илдең бөтә биләмәһендә диверсия-террористик акттар башҡарыу хәүефе юғары булып ҡала, тип айырыуса билдәләне. – Беҙ быйыл хәүефһеҙлек мәсьәләһе буйынса даими эшләйбеҙ, яҡшы тормоштан түгеллеге аңлашыла. Төп тема — пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм итеүе ҡурҡынысы. Беҙ бергәләп һаҡланыу системаһын төҙөнөк. Мин террорға ҡаршы комитет ағзаларына һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙем. Ләкин һаҡ булайыҡ, илдең бөтә биләмәһендә кешеләрҙең күпләп булған урындарында, шул иҫәптән БПЛА ҡулланып, диверсия-террористик акттар яһау хәүефе юғары, – тине Радий Хәбиров. Ул был йәһәттән Хөкүмәт һәм көс структуралары нимә эшләргә тейешлегенә айырым туҡталды. Беренсеһе, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә техник яҡтан нығытыу һәм антитеррористик һаҡты иҫәптә тотоп байрам объекттарын әҙерләүҙе тамамлау. Икенсеһе: халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа йәмәғәт тәртибен һаҡлауға
Оглавление
    БПЛА һөжүм итмәһен өсөн
БПЛА һөжүм итмәһен өсөн

БПЛА һөжүм итмәһен өсөн

Башлыҡ ни эшләргә кәрәклеген аңлатты.

29 декабрҙә Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡ күп йөрөгән урындарҙа хәүефһеҙлек мәсьәләһенә ентекле туҡталды. Ул, илдең бөтә биләмәһендә диверсия-террористик акттар башҡарыу хәүефе юғары булып ҡала, тип айырыуса билдәләне.

– Беҙ быйыл хәүефһеҙлек мәсьәләһе буйынса даими эшләйбеҙ, яҡшы тормоштан түгеллеге аңлашыла. Төп тема — пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм итеүе ҡурҡынысы. Беҙ бергәләп һаҡланыу системаһын төҙөнөк. Мин террорға ҡаршы комитет ағзаларына һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙем. Ләкин һаҡ булайыҡ, илдең бөтә биләмәһендә кешеләрҙең күпләп булған урындарында, шул иҫәптән БПЛА ҡулланып, диверсия-террористик акттар яһау хәүефе юғары, – тине Радий Хәбиров.

Ул был йәһәттән Хөкүмәт һәм көс структуралары нимә эшләргә тейешлегенә айырым туҡталды.

Беренсеһе, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә техник яҡтан нығытыу һәм антитеррористик һаҡты иҫәптә тотоп байрам объекттарын әҙерләүҙе тамамлау.

Икенсеһе: халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа йәмәғәт тәртибен һаҡлауға шәхси һаҡ ойошмалары хеҙмәткәрҙәрен, ирекле халыҡ дружинаһы ағзаларын, патриотик һәм хоҡуҡ һаҡлау йүнәлешле ойошма вәкилдәрен йәлеп итеү.

Был мәсьәлә анализланған, әлегә муниципалитет башлыҡтарының барыһы ла был эш менән шөғөлләнмәй. Эште көсәйтеү ҡушылды.

Өсөнсөнән, эске эштәр органдарының шәхси составын һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеүҙә ҡатнашҡан башҡа кешеләрҙе йылытыу өсөн биналар бүлеүҙә ярҙам күрһәтеү.

Дүртенсеһе: халыҡты ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда, шикле әйберҙәр табылғанда, БПЛА ярҙамында һөжүм итеү ҡурҡынысы янағанда эш итеү тураһында мәғлүмәт менән тәьмин итеү.

Бишенсеһе: саралар үткәрелгән урындарҙа яуаплы вазифалы кешеләрҙең һәм техник белгестәрҙең дежурлығын ойошторорға. Полиция хеҙмәткәрҙәре булыу ҡаралмаған алыҫ ауылдарҙа һәм коммерция майҙансыҡтарында ауыл биләмәләре һәм бындай биналарҙың хужалары көсө менән хәүефһеҙлек сараларын тәьмин итергә кәрәк, тине төбәк етәксеһе.

Фото: "Башинформ".