Башҡортостан Башлығы указы менән Рәсәй Оборона министрлығының көньяҡ округы инженер ғәскәрҙәре начальнигы урынбаҫары гвардия полковнигы Виктор Кухальский хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Офицерҙы бүләкләү тантанаһы бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе ваҡытында үтте. – Тәү сиратта хеҙмәт эшмәкәрлегемде баһалағанығыҙ өсөн рәхмәт. Икенсенән, яңы йылда бөтәһенә лә һаулыҡ һәм, иң мөһиме, баш өҫтөндәге тыныс күк йөҙө теләйем. Еңеү беҙҙә буласаҡ, – тине Виктор Кухальский. Фото: скриншот.