- Уртаҡлашһаң, хәсрәттәре бер аҙ кәмей кеүек...
- “Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторҙары бөгөн нисек йәшәй һәм эшләй? Улар менән һөйләшеү өсөн Фондтың Башҡортостан филиалына килдек. Ошо мәлдә унда, байрам алдынан булһа ла, кеше күп һәм эш тә ҡайнап тора ине. Нигеҙҙә республика ҡалалары һәм райондарынан килгәндәр. Уларҙың өсәүһе менән танышабыҙ.
Уртаҡлашһаң, хәсрәттәре бер аҙ кәмей кеүек...
“Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторҙары бөгөн нисек йәшәй һәм эшләй? Улар менән һөйләшеү өсөн Фондтың Башҡортостан филиалына килдек. Ошо мәлдә унда, байрам алдынан булһа ла, кеше күп һәм эш тә ҡайнап тора ине. Нигеҙҙә республика ҡалалары һәм райондарынан килгәндәр. Уларҙың өсәүһе менән танышабыҙ.
“Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторҙары бөгөн нисек йәшәй һәм эшләй? Улар менән һөйләшеү өсөн Фондтың Башҡортостан филиалына килдек. Ошо мәлдә унда, байрам алдынан булһа ла, кеше күп һәм эш тә ҡайнап тора ине. Нигеҙҙә республика ҡалалары һәм райондарынан килгәндәр. Уларҙың өсәүһе менән танышабыҙ.
Гөлнара КАРИЕВА,
Шаран районының социаль координаторы:
– Дөйөм хеҙмәт стажым 30 йылдан ашыу булһа, шуның егерме йылы социаль хеҙмәткә тура килә – ун йылдан ашыу мәшғүллек үҙәгендә һәм биш йыл халыҡты социаль яҡлау бүлегендә эшләнем. Социаль коорднитор булып ике йылдан артығыраҡ шөғөлләнәм. Тулыраҡ әйткәндә, социаль координатор булыу – ошо социаль өлкәлә эшләүемдең, кешеләргә ярҙам итеү буйынса шөғөлөмдөң логик дауамы ул.
Хәрби хәрәкәт ветерандарының һәм яугир ғаиләләренең бөтә тейешле социаль ярҙам саралары алыуына булышлыҡ итәм, шул иҫәптән – юридик һәм психологик ярҙам, дарыу менән тәьмин итеү, шифахана һәм курорттарға юллама алып бирешеү. Хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙе табышыу – эҙләү картаһын тултырышыу һәм яугирҙең күҙәһе табылған хәлдә сағыштырып ҡарау өсөн уның туған-тумасаһының анализдарын алып ебәреү – айырым бер хәстәрлек булып тора. Бынан тыш та ярҙам саралары күп кенә – яугир ғаиләһенә йорт төҙөү өсөн бушлай ер биләмәһе алыуҙы юллау һәм башҡалар. Көнкүреш мәсьәләләре буйынса ла йыш мөрәжәғәт итәләр: ире махсус хәрби опреацияла булған ҡатындар ҡар көрәү йәки утын ярыу кеүек эштәрҙә ярҙам һорай.
Регина ИШМӨХӘМӘТОВА,
Архангель районының социаль координаторы:
– Социаль координатор булып ошо вазифа индерелгәндең беренсе көнөнән алып эшләйем. Ул 2023 йылда булды, беҙ ошо эшкә ҡабул ителгән беренсе ағым инек, беҙ башлағанда 40 координатор инек, дәррәү эшкә тотондоҡ тип әйтә алам. Хәҙер 120 кешегә еттек. Был вазифаға тотонғанға саҡлы район хакимиәтендә делопроизводитель инем, ә хаикимиәткә 2022 йылда килдем. Бер мәл беҙҙең учреждениеға социаль координатор кәрәк булыуы тураһында хат килеп төштө. Шул мәлдә минең кандидатураға туҡтанылар һәм һайлап алыу турында ҡатнашырға йүнәлеш бирҙеләр. Беренсе турҙа тест үттек. “Шундай хәлдәге кешеләргә ҡарашың нисек, уларҙы йәлләү йәки ярҙам итеү тойғоһо кисерәһеңме” һәм башҡа шуға оҡшаш һорауҙар күп ине тест үткәндә. Ҡаатмарлы тест ине ул, сөнки бер үк һорауҙар ҡабат әйләнеп килә, йәғни бер һорауға ихлас күңелдән яуап бирмәһәң, икенсе ҡабат бирелгән ошо уҡ һорауҙа “тотолорға” мөмкин. Шунан һуң беҙҙе – һайлап алыу турын уңышлы үткәндәрҙең беренсе ағымын – Ҡазанға уҡырға ебәрҙеләр. Унда психологияны, кешегә мөнәсәбәттең нисек булырға тейешлеген уҡыттылар.
Уҡырға барғанда беҙ ҡайтыу менән хеҙмәтебеҙҙе элекке эш урындарында дауам итербеҙ тип уйлағайныҡ. Минең осраҡта – район хакимиәтендә, тик эштең йөмкәткеһе генә үҙгәрә, йәғни махсус хәрби операцияла булғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү менән шөғөлләнәмдер, тип күҙ алдына килтерҙем. Тик уҡыу татамланыу менән иғлан иттеләр: ҡайтҡас та элекке эш урынынан китәбеҙ һәм яңы асылған “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалына эшкә урынлашабыҙ.
Дөрөҫөн әйткәндә, был эш миңә күпмелер таныш ине – хакимитәттә лә мобилизацияланған яугирҙәр һәм контрактниктар менән эш итергә тура килде. Социаль координатор булып ҡайтҡас та ошо элекке вазифам буйынса таныш хәрби хәрәкәт ветерандары һәм яугир ғаиләләр менән шөғөлләнеүҙе дауам иттем, йәғни таныш бурыстарҙы үтәүҙең бер ҡыйынлығын да күрмәнем.
Кисерештәр күп инде беҙҙең эштә, уныһы былай ҙа аңлашылалыр. Күп киләләр, һәр береһе махсус хәрби операциялағы улы йәки ире тураһындағы кисерештәре менән уртаҡлаша. Бергәләп илап та алабыҙ. Хәсрәттәрен уртаҡлашһаң, килгән атай-әсәйҙәрҙең һәм ҡатындарҙың ҡайғылары бер аҙ кәмей кеүек... Иң мөһиме – кешене аңлау һәм йыуатыу, тынысландырыу. Тик бында сама белергә кәрәк – артығын әйтһәң, уларға оҡшамауы ла, кәйефтәре боҙолоуы ла ихтимал.
Социаль координаторҙар беҙҙең республикала һәр ҡалала һәм районда эшләй. Махсус хәрби операцияла булып ҡайтҡандарға, йәғни хәрби хәрәкәт ветерандарына, әле лә МХОла булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итәбеҙ.
Хәбәрһеҙ юғалғандарҙың ғаиләләре менән эшләү айырыуса ҙур яуаплылыҡ һәм уларға ҡарата хәстәрлек талап итә. Атаһы йәки иренең, йә булмаһа улының ҡайҙа булыуын, иҫәнме-юҡмы икәнен дә белмәй аптыраған ғаиләләр, әлбиттә, һис тә иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Төрлө инстанцияларға эҙләү ҡағыҙҙары ебәррергә, ДНК анлизы бирергә ярҙам итәбеҙ, былар барыһы ла ошо ғаиләләр өсөн бушлай эшләнә. Тейешле документтарҙы әҙерләгәс, ошонда – “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалына алып киләбеҙ, артабан филиал белгестәре уларҙы тейешле ойошмаларға ебәрә. Уртаса аҙнаһына бер килергә тура килә, райондарҙан шундайыраҡ йомош менән филиалға килгән хеҙмәттәштәребеҙ менән кәңәшләшеп, тәжрибә уртаҡлашып та алабыҙ.
Хәҙер халыҡ бөтәһе лә белә ошондай фонд бар икәнлеген, йомоштары булһа, шунда уҡ киләләр. Беҙҙең, социаль координаторҙарҙың, эше махсус хәби операция тамамланғас та туҡтамаясаҡ – хәрби хәрәкәт ветерандарын тыныс тормошҡа адаптациялау мәсьәләләре менән шөғөлләнәсәкбеҙ, уларҙың ғаиләләре менән эшләүҙе лә дауам итәсәкбеҙ.
Гөлназ МӘХМҮТОВА,
Ағиҙел ҡалаһының социаль координаторы:
– Был вазифаны үтәй башлауыма теүәл ике йыл тулды. Муниципалитетта социаль координаторҙарҙан мин бер үҙем. Өс көн махсус курс үткәс, социаль координатор булыр алдынан өс ай уның ярҙамсыһы булып эшләп алдым. Уға саҡлы ҡала хакимиәтендә ете йыл йәштәр сәйәсәте белгесе булып эшләй инем, белемем буйынса – технолог. Әле лә Өфө фән һәм технологиялар университетында ситтән тороп уҡыйым.
Беҙҙең ҡалала ветерандар һәм йәштәр менән күп саралар үткәрәбеҙ: ҡаһарманлыҡ дәрестәре, илһөйәрлек буйынса саралар һәм башҡалар. Кисә генә, мәҫәлән, ГТО нормалары тапшырыуҙы ойошторҙоҡ, барыһы ла дәррәү һәм ихлас йыйылды. Ветерандарға оҡшаны был сара. Ҡалала махсус хәрби операцияла булып ҡайтҡан ун ветеран бар, шуларҙың алтауһына инвалидлыҡ танытмаһы бирелгән. Уларҙың ГТО буйынса, тәбиғи, үҙ нормативтары бар.
Төрлө саралар үткәреүҙе ветерандар барыһы ла хуплай, аралашыу өсөн шулай бергә йыйған өсөн беҙгә һәр саҡ рәхмәт әйтәләр. Быға саҡлы һәр кеме үҙ өйөндә, йәғни башҡалар менән аралашмай ултырырға мәжбүр булған. Махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән һәр саҡ бәйләнештәбеҙ. Улар менән дә төрлө саралар үткәрелә, юристар һәм психологтар үткәргән консультацияларға саҡырабыҙ. Яңы йылды ҡаршылғанда ҡала хакимиәте ойошторған шыршы байрамына ла йәлеп иттек.
Беҙҙең эштә иң ауыры нимәлә? Һәләк булғандарҙың ғаилә ағзалары үҙҙәре йомош менән килһә, үҙеңде тыныс тотаһың, ә бына үҙебеҙ уларҙың йортона барһаҡ, тулҡынлыныу кисермәй булмай – тәрән ҡайғыла булған кешеләр беҙҙе нисек ҡаршылар, улар менән һөйләшеүҙе нисегерәк башларға... Бында итәғәтлек тә, түҙемлек тә талап ителә, йыуатыу һүҙҙәрен дә алдан уйларға кәрәк була.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.