Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектын (национальный проект "Инфраструктура для жизни") тормошҡа ашырыу барышында туристик объекттарға илткән 75 километрҙан ашыу юл ремонтланды. Был хаҡта төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. "Эштәр Әбйәлил, Белорет, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Хәйбулла, Салауат һәм республиканың башҡа райондарында уҙғарылды. Бында Башҡортостандың төп тәбиғәт ҡомартҡылары, туристик объекттар һәм йәйге ял итеү урындары тупланған. Был юлдарға йөкләмә ярайһы уҡ юғары. Шуға күрә юлсылар ошо йүнәлештәрҙең торошон күҙәтә”, — тип һөйләне республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Эштәр туғыҙ йүнәлештә алып барылды. Улар араһында Өфө — Инйәр — Белорет, Өфө — Иглин — Ҡыҙыл Тау — Павловка, Миәшәгәр — Торналы — Мөрсәлим, Иҫке Собханғол — Мораҡ, Стәрлетамаҡ — Раевка һәм башҡа юлдар бар. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм рем
Башҡортостанда туристик объекттарға 75 километрҙан ашыу юл ремонтланды
29 декабря 202529 дек 2025
1
1 мин