Өфөләге 46-сы поликлиникаға яңы ҡорамал килтерелде. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, поликлиниканың Һаулыҡ үҙәгенә тән составының заманса биоэлектик анализаторын килтерҙеләр. Был прибор, пациенттар сәләмәтлеген аныҡлабыраҡ баһаларға булышлыҡ итеп, иҫкәртеү һәм диспансерлаштырыу эше мөмкинлектәрен киңәйтә. Ошо хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Биоэлектрик анализатор - биоимпедансометрияны (тән составын анализлауҙың хәүефһеҙ һәм ауыртыуһыҙ ысулы) файҙаланған инновация инструменты. - Яңы ҡорамалды һатып алыу медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген бирә, халыҡтың сирләү кимәлен кәметеүгә булышлыҡ итә, граждандар һаулығы күрһәткестәрен яҡшырта, - тине медицина иҫкәртеүе бүлеге мөдире Лилиә Чембарисова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, районда ауыл