Раушания Ғайсина – Баймаҡ ҡыҙы. Сибай институтын уңышлы тамамлап, алдына ҙур пландар ҡуйып йөрөгән ҡыҙ бер ваҡытта ла ауыл егетенә кейәүгә сығып, унда төпләнеп ҡалыуын башына ла килтермәй. Әммә йөрәккә бойороп булмай икән. Яратһаң, һөйгәнең менән ер сигенә лә китергә риза булаһың, тип йылмая ул. —Билалда туғандарыма килеп-китеп йөрөйөм, йәштәр менән клубҡа сығабыҙ, осрашабыҙ. Тап шул кистәрҙең береһендә буласаҡ ирем Фәнир менән таныштыҡ, оҙата килде. Аҙаҡтан телефондан аралашабыҙ, Баймаҡ йәки Сибайға килеп етә, гөлләмәләр бүләк итә. Әммә ул да, мин дә ҡоҙаса менән ҡоҙа икәнде белмәнек (көлә). Ниндәйҙер байрамға Билалға ҡунаҡҡа килдек, Фәнирҙе лә саҡырған булып сыҡтылар. Бер-беребеҙҙе күреп аптырап ҡалдыҡ, аҙаҡ ҡына яҡын ҡоҙа менән ҡоҙаса икәнлегебеҙҙе аңланыҡ. 2014 йылда өйләнештек, бик матур туйыбыҙ үтте. Алты йыл ҡәйнәмдәр менән йәшәнек, аҙаҡ үҙ көсөбөҙ менән ҙур һәм күркәм йорт һалып сыҡтыҡ, – ти Раушания Ғайсина. Ауылда йәш ғаиләләр күпләп йорттар һала, тотош йәштәр урамы барлыҡҡа