Һуңғы ваҡытта бөтөнләй үҙгәргән башҡорт блогеры Миләүшә Шәйхисламованының статустарын ҡараусылар бермә-бер артҡандыр. Ни тиһәң дә, йәшәргән һәм ябыҡҡан "Башҡорт хужабикәһе"н тәнҡитләүселәр ҙә, үҙ итеүселәр ҙә күбәйҙе. Әммә ни генә тиһәләр ҙә, Миләүшәнең эске күңеле, булмышы шул килеш ҡалды: үҙенең ихлас һәм алсаҡлығын, йомартлығын юғалтманы. Ошо көндәрҙә ул йәнә бер изге эш башҡарып, барыһын да хайран итте. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Искәндәр менән шәхсән осрашты. Баҡтиһәң, Искәндәр ике йыл рәттән "Теләктәр шыршыһы" акцияһында "Башҡорт хужабикәһе" менән осрашырға теләген яҙа икән. Был юлы ла егеттең үтенесен белгән социаль педагог блогерға шылтыратҡан һәм уҡыусының теләген еткергән. Кешеләргә изгелек нуры таратырға яратҡан Миләүшә шунда уҡ риза булған һәм Искәндәр менән осрашыу ҙа үткәргән. Блогер Искәндәрҙең киләсәге ҙур булыуын күҙаллай, сөнки ул маҡсатлы, креатив, үҙенең ҡуйған хыялдарын тормошҡа ашыра. "Тап шундай кешеләр тормошта үҙ урынын таб