Ғафури районының Ҡарағай ауылында махсус хәрби операцияла задание үтәгәндә һәләк булған тарих уҡытыусыһы Рәсих Муллашевтың яҡты иҫтәлегенә парта булдырылды. Был сара йәш быуын вәкилдәрен тәрбиәләүгә һәм тарихи иҫтәлекте һаҡлауға йүнәлтелгән “Йәштәр һәм балалар” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы мөмкин булды. Унда 1–10-сы класс уҡыусылары, уҡытыусылар, һәләк булған геройҙың туғандары һәм абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Сара барышында уҡыусылар башҡарыуында Рәсих Муллашевтың үҙенең “Яугир һүҙе” тип исемләнгән шиғыры, йырҙар яңғыраны. Мемориаль партаны асыу хоҡуғы геройҙың ағаһы Сәлих Муллашевҡа һәм Ғафури районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Айҙар Рафиҡовҡа бирелде. Үҙенең сығышында Сәлих Ишмырҙа улы ағаһының бала сағы тураһында хәтирәләрен уртаҡлашы һәм уның ҡаһарманлығының уҡыусыларға мөһим әхлаҡи дәрес икәнлеге тураһында һөйләне. Сара бер минутҡа тын ҡалыу һәм Ватан һаҡсыһы ҡаһарманлығына хөрмәт билдәһе булған алһыу ҡәнәферҙәрҙе һалыу менән тамамланды. Герой партаһын
Батырҙың яҙып ҡалдырған шиғри юлдары һәр йөрәккә үтеп инде
27 декабря 202527 дек 2025
1 мин