27 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Белорет районына эш сәфәре барышында муниципалитеттың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте ағзалары һәм район предприятиелары етәкселәре ҡатнашты. Кәңәшмәне асып, Башҡортостан Башлығы ойошмалар хеҙмәткәрҙәренә, ирекмәндәргә, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә һәм Белорет районының барлыҡ халҡына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙамда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт әйтте. Республика етәсеһе әйтеүенсә, ябай булмаған шарттарға ҡарамаҫтан, республика тормошоноң барлыҡ өлкәләрендә тотороҡло үҫеште тәьмин итеп булған. “Белорет” йылдам үҫеше биләмәһе резиденттары проекттары ла инвестициялар үҫешенә үҙ өлөшөн – 3 миллиард һумдан ашыу индерә. Башҡортостан Башлығы муниципалитеттың торлаҡ-коммуналь хужалығы хәленә айырым иғтибар бүлде. Республика етәксеһе Белорет һәм Инйәр үҫеше программаһына инфраструктура үҫеше буйынса 36 сараның индерелеүе хаҡында әйтте. Уларҙың 15-е – торлаҡ һ