Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Сәс ҡойолоуҙан шулай ҡотолдом

"Ауырығандан һуң сәсем ныҡ ҡойола. Ҡыҫҡа итеп ҡырҡтырып, төрлөсә дауалаған булам, хәл әлегә үҙгәрешһеҙ", - тип зарланды бер танышым. Ысынлап та, сәс ҡойолоу барлыҡ кешене борсоған проблемаларҙың береһе. Үҙем дә төрлө сараларҙы ҡулланам. Онотолоп бөткән, әммә һөҙөмтәле элекке маска рецебы иҫкә төштө. Һеҙҙең менән уртаҡлашам. Әҙерләү: 1) бер ҡалаҡ башлы һуған һуты (уны ҡырып, һутын марля аша һығып алырға мөмкин)
2) бер ҡалаҡ бал
3) бер йомортҡаның һарыһы
4) бер-ике ҡалаҡ дегәнәк (репейное) майы. Уныһын күберәк тә алырға ярай. Ошоларҙың барыһын бергә ҡушып болғатабыҙ. Шыйыҡ массаны тәүҙә сәстең төбөнә, артабан остарына һөртәбеҙ. Тышынан йылытып урап бер сәғәт тотабыҙ ҙа шампунь менән йыуабыҙ. Был масканы аҙнаһына ике тапҡыр, ике аҙнанан һуң бер тапҡыр ике ай буйы эшләргә кәрәк. Сәсте нығытам тигән маҡсат ҡуйғанда, уның ҡырҡыу еҫенә түҙергә тура киләсәк. Шулай уҡ бер ингредиентҡа ла аллергия булмауына инаныу мотлаҡ. Сәләмәт булайыҡ! Ләйсән Үтәғолова фотоһы. Беҙҙең МАХ каналына https://m
Оглавление
    Сәс ҡойолоуҙан шулай ҡотолдом
Сәс ҡойолоуҙан шулай ҡотолдом

Сәс ҡойолоуҙан шулай ҡотолдом

"Ауырығандан һуң сәсем ныҡ ҡойола. Ҡыҫҡа итеп ҡырҡтырып, төрлөсә дауалаған булам, хәл әлегә үҙгәрешһеҙ", - тип зарланды бер танышым. Онотолоп бөткән, әммә һөҙөмтәле элекке маска рецебы иҫкә төштө. Һеҙҙең менән уртаҡлашам, күсереп алығыҙ.

"Ауырығандан һуң сәсем ныҡ ҡойола. Ҡыҫҡа итеп ҡырҡтырып, төрлөсә дауалаған булам, хәл әлегә үҙгәрешһеҙ", - тип зарланды бер танышым.

Ысынлап та, сәс ҡойолоу барлыҡ кешене борсоған проблемаларҙың береһе. Үҙем дә төрлө сараларҙы ҡулланам. Онотолоп бөткән, әммә һөҙөмтәле элекке маска рецебы иҫкә төштө. Һеҙҙең менән уртаҡлашам.

Әҙерләү:

1) бер ҡалаҡ башлы һуған һуты (уны ҡырып, һутын марля аша һығып алырға мөмкин)
2) бер ҡалаҡ бал
3) бер йомортҡаның һарыһы
4) бер-ике ҡалаҡ дегәнәк (репейное) майы. Уныһын күберәк тә алырға ярай.

Ошоларҙың барыһын бергә ҡушып болғатабыҙ. Шыйыҡ массаны тәүҙә сәстең төбөнә, артабан остарына һөртәбеҙ. Тышынан йылытып урап бер сәғәт тотабыҙ ҙа шампунь менән йыуабыҙ.

Был масканы аҙнаһына ике тапҡыр, ике аҙнанан һуң бер тапҡыр ике ай буйы эшләргә кәрәк.

Сәсте нығытам тигән маҡсат ҡуйғанда, уның ҡырҡыу еҫенә түҙергә тура киләсәк. Шулай уҡ бер ингредиентҡа ла аллергия булмауына инаныу мотлаҡ.

Сәләмәт булайыҡ!

Ләйсән Үтәғолова фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!