Зәлифә менән бер класта уҡыныҡ. Мәктәпте тамамлағас, район үҙәгендәге һөнәри училищела белем алдыҡ та, кейәүгә сығып, үҙебеҙҙең ауылда төпләндек. Ниңәлер, Зәлифәнең бәләкәйҙән бәхете булманы. Ата-әсәһе гел эсте, балаларын яҡшылап ҡарамай ине. Ире лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шундай булып сыҡты. Класташым бер нисә тапҡыр ауырға ҡалды, әммә сабыйҙары үле тыуып торҙо... Ә беҙ ирем менән баштан уҡ яҡшы йәшәнек. Ул йүнсел, барыһын таба, дүрт балабыҙ хәстәрлектә үҫеп, бер-бер артлы үҙаллы тормошҡа баҫа торҙо, бәләкәйе лә хәҙер ауыл мәктәбен тамамлап килә. Әммә ике йыл элек ирем аварияла ҡазаланып ҡуйҙы. Операция үткәргәс, яйлап хәрәкәтләнә, ләкин элекке кеүек донъя көтә алмай. Миңә, муллыҡта йәшәп өйрәнгән ҡатынға, был хәл бик ауыр йоғонто яһаны. Тап шул осорҙа класташым Зәлифә, айыҡмай эскән иренән биҙеп, ҡырға эшкә сығып китте. Бер-ике айҙан ҡайтып төштө. Матурланған, күҙҙәренә нур ҡунған. Аҡсалы. “Шул-шул ерҙә тауыҡ йолҡоу эшендә йөрөйөм, – ти. – Беҙгә, ауыл ҡатындары өсөн, еп-еңел. Өйрәнелгән э