Таулыҡай ауылы мәктәбе спорт һөйөүселәрҙе бер майҙанға йыйҙы. Бында волейбол, шахмат, шашки, өҫтәл теннисы ярыштары үтте. Сараны ауылдың әүҙем ир-егеттәренең береһе, физкультура уҡытыусыһы Ғәзиз Йыһанур улы Байегетов ойошторҙо. Һауа торошоноң боҙолоп тороуы ла спорт һөйөүселәргә кәртә булманы. Мәктәп уҡыусылары, йәштәр, ошо ауылда тыуып үҫеп ҡырҙа йәшәүселәр ҡатнашты бәйгеләрҙә. Спорт залы уйынсыларҙың һәм көйәрмәндәрҙең ҡеүәтләү, хуплау, дәртләндереү тауышынан гөрләп торҙо. Көсөргәнешле волейбол ярышы көн дауамында барҙы. Һәр кем беренселек өсөн тырышты. Унда бөтәһе биш команда ҡатнашты. Сәмле һәм ҡыҙыу бәйге һөҙөмтәләренә килгәндә, беренсе урын - Таулыҡай ауылы йәштәренең беренсе командаһына бирелде! Икенсе урынға "Гагариндар" командаһы сыҡты. Өсөнсө урынды Таулыҡай йәштәренең икенсе командаһы яуланы. Дүртенсе урын "Таулыҡай егеттәре" нә, бишенсе урын "Ветерандар" командаһына бирелде. Шулай уҡ иң яҡшы уйынсылар төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Зиһен үҫтереү, фекерләү ҡеүәһен ны