2025 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй политологтары Башҡортостан иҡтисадын – Рәсәйҙә иң үҫешкәндәрҙең береһе, ә республика башлығы Радий Хәбиров һәм уның командаһын ил төбәктәре араһында иң һөҙөмтәле идара итеү командаларының береһе тип билдәләне. Креатив тармаҡты үҫтереү буйынса алып барылған эш тә – уңышлы башланғыс. Уҙған йыл башҡортостандар уникаль авиашоу – Рәсәй Федерацияһы Хәрби-һауа көстәренең “Русские витязи” авиатөркөмө осоусыларының юғары пилотаж сығыштарына шаһит булды. Был Өфө Моторҙар эшләү берекмәһенең 100 йыллығы айҡанлы ойошторолдо. Иҫтәлекле датаны билдәләү тураһында указға РФ президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Әлеге көндә оборона предприятиеһында 26 меңдән ашыу кеше эшләй, ә аҙаҡҡы өс йылда һигеҙ меңдән ашыу эш урыны будырылды. Бында етештереү күләме арта, яңы цехтар төҙөлә, ҙур проекттар ғәмәлгә ашырыла. – Әгәр бөгөн республикала етештерелгән бөтә нимәне йыйып алһаң, бик тәьҫирле экспозиция килеп сығыр ине: бында Бүздәк соусынан һәм Ҡариҙел икмәгенән алып оборона комп
Креатив индустрияны үҫтереү тураһында закон иң беренсе беҙҙә ҡабул ителде
7 января7 янв
1
3 мин