30 йылдар элек ҡарт өләсәйем вафат булды. Белеме лә юҡ ине уның, һаңғырау ҙа ине. Яҙмышы ауыр. Уға нисә йәш икәнен дә теүәл генә белмәнек, сөнки документтары дөрөҫ тултырылмағайны. Гел доғала булды. Мин уҡый башлағас, бөтә белгән доғаларын дәфтәргә яҙҙырғайны. Аллаһ Тәғәлә уға, үҙе теләгәнсә, еңел үлем бирҙе. Май айында бөтәбеҙ бергә картуф сәсергә ҡайтҡан ваҡытта үлде. Беҙҙең ҡайтҡанды көтөп ятҡан тиерһең. Өләсәйҙе ерләнек, өсөн уҡыттыҡ, картуф ултырттыҡ та киттек. Июндә тағы ауылға ҡайттыҡ. Кемегеҙҙең төшөнә инде тип һораным. Бер туған апайым, миңә инде, тик аңлап бөтөрмәнем ул төштө, тине. Зыяратҡа барып ҡайтырға кәрәк әле, тип белдерҙе. Ауылдағы апай ҙа, әсәй төшкә инде, нимәлер һоранымы, әйттеме - аңлап бөтөрмәнем, тине. Ул да зыяратҡа барып ҡайтырға кәрәк, тине.
Шунда уҡ йыйындыҡ та киттек. Өйҙә йыраҡ ҡына туған апай ҡалды. Беҙ йөрөп ҡайтҡансы өҫтәл әҙерләй торам тип. Барҙыҡ зыяратҡа, доғалар уҡыныҡ, башҡа туғандарҙың да ҡәберлектәрен таҙарттыҡ. Өйҙә ҡайттыҡ та иҫебеҙ китте. Беҙҙ