Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

ЭШЛӘҮСЕ АТАЙ-ӘСӘЙҘӘРГӘ

Эшләүсе атай-әсәйҙәр өсөн 2026 йылдың 1 ғинуарынан ғаилә түләүҙәре индерелә. Был ике һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр, әгәр уларҙың килеме төбәк йәшәү минимумынан 1,5-тән кәм булһа, НДФЛ-дың бер өлөшөн кире ҡайтарасаҡ, тигәнде аңлата. 18 йәшкә тиклем ике һәм унан күберәк балаһы булғандарға (бала көндөҙгө уҡыу формаһы буйынса белем алһа - 23 йәшкә тиклем) яңы түләүҙәр булдырылды. Эшләүсе атай-әсәйҙәрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың, опекундарҙың, попечителдәрҙең) 2025 йылдағы дөйөм килеменән тотолған физик шәхестәрҙең килеменә һалымдар (артабан - НДФЛ) түләнгән осраҡта һәм ғаиләнең йән башына уртаса килеме төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумынан 1,5 тапҡырға артмаған осраҡта түләү алыуға хоҡуғы буласаҡ. Бындай атай-әсәйҙәргә 2025 йыл өсөн түләнгән 13 процент НДФЛ-дың 7 проценты кире ҡайтарыла. Миҫал өсөн ике бәлиғ булмаған бала (йәки береһе студент) үҫтереүсе ғаиләне алайыҡ. 2025 йылда атай-әсәйҙең йәки береһенең уртаҡ килеме 1 миллион һум тәшкил итә, ти. Уларҙан йылына 13 процент Н

ЭШЛӘҮСЕ АТАЙ-ӘСӘЙҘӘРГӘ

Эшләүсе атай-әсәйҙәр өсөн 2026 йылдың 1 ғинуарынан ғаилә түләүҙәре индерелә. Был ике һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр, әгәр уларҙың килеме төбәк йәшәү минимумынан 1,5-тән кәм булһа, НДФЛ-дың бер өлөшөн кире ҡайтарасаҡ, тигәнде аңлата.

18 йәшкә тиклем ике һәм унан күберәк балаһы булғандарға (бала көндөҙгө уҡыу формаһы буйынса белем алһа - 23 йәшкә тиклем) яңы түләүҙәр булдырылды. Эшләүсе атай-әсәйҙәрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың, опекундарҙың, попечителдәрҙең) 2025 йылдағы дөйөм килеменән тотолған физик шәхестәрҙең килеменә һалымдар (артабан - НДФЛ) түләнгән осраҡта һәм ғаиләнең йән башына уртаса килеме төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумынан 1,5 тапҡырға артмаған осраҡта түләү алыуға хоҡуғы буласаҡ. Бындай атай-әсәйҙәргә 2025 йыл өсөн түләнгән 13 процент НДФЛ-дың 7 проценты кире ҡайтарыла.

Миҫал өсөн ике бәлиғ булмаған бала (йәки береһе студент) үҫтереүсе ғаиләне алайыҡ. 2025 йылда атай-әсәйҙең йәки береһенең уртаҡ килеме 1 миллион һум тәшкил итә, ти. Уларҙан йылына 13 процент НДФЛ тотола, был - 130 мең һум. 2025 йылда Башҡортостанда йәшәү минимумы 15 782 һум күләмендә билдәләнгән. 1,5 тапҡырға ҙурыраҡ күләм был ғаиләнең һәр ағзаһы өсөн 23 673 һум тәшкил итә. Тимәк, уларға 70 мең һумды кире ҡайтарырға мөмкин. Сөнки ғаилә ағзаһына айлыҡ килем 1,5 тапҡыр йәшәү минимумынан түбәнерәк (ғаилә килеме айына 83 333 һум тәшкил итә, һәр береһенә - 20 833 һум). Һөҙөмтәлә, улар 2025 йылда НДФЛ-ды 13 процент түгел, ә 6 процент түләйәсәк. Был ярҙам менән түбән эш хаҡы арҡаһында ярҙамға мохтаждар файҙалана ала. Атай-әсәйҙәрҙең йәки уларҙың береһе рәсми рәүештә эшләүе мотлаҡ.

Зариф БАЙҒУСҠАРОВ,

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты.

#КискеӨфө