Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

ҠУЙЫН ДӘФТӘРҘӘРЕНӘН

(Тегенән-бынан уҡып, күреп, ишетеп теркәп ҡуйылғандар) Йәһәт байыу хаҡында хыялланыу ғына еңел. * * * Алйоттар араһында ла аҡыллыраҡтары була. * * * Эскән кеше эсергә таба, шуның өсөн исеме лә "эскесе" бит. * * * Эттән бет табып тик ултыра. * * * Психолог үҙе псих булып сыҡты. * * * Ҡулдарынан килһә, арттарына һайыҫҡан ҡойроғо ҡыҫтырып осорҙар ине. * * * Ул ғына Алла ла, башҡалар ҡарға. * * * Яһалма интеллект ҡурҡыныс түгел, уның яуыз уйлы әҙәмдәр ҡулына эләгеүе ҡурҡыныс. * * * Хәҙерге тормошта кем намыҫһыҙ - шул ғәҙел. * * * Шул хәтлем дә ялҡау булыр икән, атлағанда ла аҙымын һанап ҡына баҫа. * * * Эскесе айыҡтың нервыһын ҡаҡшата. * * * Береһен маҡтарлыҡ, икенсеһен яманларлыҡ түгел, икеһе лә бер сыбыҡтан ҡыуылған. * * * Сәрхәбтең бешергән икмәген яҡшы кешенең эте лә ашамай. * * * Кисә генә хан һарайындай йортта йәшәгән түрә бөгөн төндә тар ҡәберҙә үҙенең мәңгелек урынын тапты. * * * Донъя барыһын да тигеҙләй. * * * Ирҙәр өй тупһаһынан атлап сығыу менән үҙҙәрен б

ҠУЙЫН ДӘФТӘРҘӘРЕНӘН

(Тегенән-бынан уҡып, күреп, ишетеп теркәп ҡуйылғандар)

Йәһәт байыу хаҡында хыялланыу ғына еңел.

* * *

Алйоттар араһында ла аҡыллыраҡтары була.

* * *

Эскән кеше эсергә таба, шуның өсөн исеме лә "эскесе" бит.

* * *

Эттән бет табып тик ултыра.

* * *

Психолог үҙе псих булып сыҡты.

* * *

Ҡулдарынан килһә, арттарына һайыҫҡан ҡойроғо ҡыҫтырып осорҙар ине.

* * *

Ул ғына Алла ла, башҡалар ҡарға.

* * *

Яһалма интеллект ҡурҡыныс түгел, уның яуыз уйлы әҙәмдәр ҡулына эләгеүе ҡурҡыныс.

* * *

Хәҙерге тормошта кем намыҫһыҙ - шул ғәҙел.

* * *

Шул хәтлем дә ялҡау булыр икән, атлағанда ла аҙымын һанап ҡына баҫа.

* * *

Эскесе айыҡтың нервыһын ҡаҡшата.

* * *

Береһен маҡтарлыҡ, икенсеһен яманларлыҡ түгел, икеһе лә бер сыбыҡтан ҡыуылған.

* * *

Сәрхәбтең бешергән икмәген яҡшы кешенең эте лә ашамай.

* * *

Кисә генә хан һарайындай йортта йәшәгән түрә бөгөн төндә тар ҡәберҙә үҙенең мәңгелек урынын тапты.

* * *

Донъя барыһын да тигеҙләй.

* * *

Ирҙәр өй тупһаһынан атлап сығыу менән үҙҙәрен буйҙаҡ тип хис итә.

* * *

Ирҙең быуыны һайын ҡатын.

* * *

Тишектән йыртыҡ эҙләй.

Тәлғәт Шаһманов.