Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Батырыбыҙҙың рухы шат булһын

5 ғинуар көнө Бөрйән районының Байназар мәктәбе эргәһендәге боҙ майҙансығында Кавказдағы локаль бәрелештәрҙә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры Филүс Мөбәрәк улы Нурғәлин иҫтәлегенә күсмә кубок өсөн райондың асыҡ хоккей турниры уҙҙы. Турнирҙы башлап ойоштороусы - бик күп проекттар авторы, Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ишбулды улыҠотлобаев . Уның инициативаһы менән 2017 йылдың ғинуар айынан алып уҙғарылып килгән был турнир бөгөнгө көндә йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә, күп һанлы спортсмендарҙы үҫтереүгә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға булышлыҡ итә. Ҡатнашырға ҙур сәм менән Байназарҙың үҙенән "Байназар -1", "Байназар - 2", Яңы Усмандан "Тарыуал", Иҫке Собханғолдан "Бөрйән айыуҙары" командалары килгән. Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимндары яңғырағас, уйынсыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев сәләмләп, тантаналы рәүештә ярышты асҡандан һуң, Геройҙың әсәһе Таңһылыу Н
Оглавление
    Батырыбыҙҙың рухы шат булһын
Батырыбыҙҙың рухы шат булһын

Батырыбыҙҙың рухы шат булһын

Геройыбыҙ иҫтәлегенә туғыҙынсы тапҡыр үткән хоккей ярыштары Ватаныбыҙға батыр ул тәрбиәләгән ҡаһарманыбыҙҙың әсәһе Таңһылыу Нурғәлинаға ихтирам һәм оло хөрмәт билдәһе булды.

5 ғинуар көнө Бөрйән районының Байназар мәктәбе эргәһендәге боҙ майҙансығында Кавказдағы локаль бәрелештәрҙә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры Филүс Мөбәрәк улы Нурғәлин иҫтәлегенә күсмә кубок өсөн райондың асыҡ хоккей турниры уҙҙы.

Турнирҙы башлап ойоштороусы - бик күп проекттар авторы, Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ишбулды улыҠотлобаев . Уның инициативаһы менән 2017 йылдың ғинуар айынан алып уҙғарылып килгән был турнир бөгөнгө көндә йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә, күп һанлы спортсмендарҙы үҫтереүгә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға булышлыҡ итә.

Ҡатнашырға ҙур сәм менән Байназарҙың үҙенән "Байназар -1", "Байназар - 2", Яңы Усмандан "Тарыуал", Иҫке Собханғолдан "Бөрйән айыуҙары" командалары килгән.

Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимндары яңғырағас, уйынсыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев сәләмләп, тантаналы рәүештә ярышты асҡандан һуң, Геройҙың әсәһе Таңһылыу Нурғәлина йыйылыусыларға, ойоштороусыларға рәхмәт белдереп, барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе, уйынсыларҙы матур уйындарға дәртләндереп, алға ынтылырға сәм уятты.

- Үтә лә ҡарлы көн булһа ла, боҙ майҙансығында батырыбыҙ рухына үткән уйындар бик ҡыҙыу барҙы, хоккейсыларҙың күңеле күтәренке, тырышлыҡтары йөҙҙәренә сыҡҡан ине.
Ярыш юғары кимәлдә, яҡшы үтте, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Байназар мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы, тренер, баш судья Флүр Хәлил улы Дәүләтшин.

Командалар өсөн көйөп-янырға бик күп халыҡ килеүе ҡыуаныслы булды. Хатта күрше Яуымбай ауылынан дә күп килгәндәр ине.

Көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәләре буйынса Филүс Мөбәрәк улы Нурғәлин исемендәге күсмә кубокка ярышта Яңы Усман ауылының "Тарыуал" командаһы еңеүсе булды. 2-се урынды "Байназар -1" йәштәре, 3-сө урынды Иҫке Собханғол ауылының "Бөрйән айыуҙары" йәштәр командаһы яуланы. "Байназар - 2" уҡыусылар командаһы дүртенсе урынға сыҡты.

Командаларға күсмә кубок, маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар тапшырылды. Уйынсылар араһынан Байназарҙан Илназ Тләүсин "Бына тигән голкипер", Иҫке Собханғолдан Рамаҙан Бариев - "Иң шәп һаҡсы", Яңы Усмандан Морат Ишморатов "Ҡурҡыу белмәҫ һөжүм итеүсе" исемдәрен яулап, маҡтау ҡағыҙы, миҙалдар менән бүләкләнделәр.

Йылдағыса Таңһылыу апай Нурғәлина призлы урын яулаусы командаларға шәхсән берәр мең һум премияһын тапшырҙы.

Айырыуса яҡшы уйынсы уҡыусыларыбыҙ Дәүләтшин Ғилемдарға, Бикмөхәмәтов Инсафҡа, элекке уҡыусыбыҙ, хоккейсы Ситдиҡов Ильясҡа хоккей һынлы сувенирҙар бүләк ителде.

Өфөнән килгән мәктәбебеҙҙең элекке сығарылыш уҡыусыһы, көслө хоккейсыларыбыҙҙың береһе Ишҡыуатов Сынтимер Камил улы һәр ҡатнашыусыға үҙе эшләгән "Спорт тауарҙары" магазинының бер мең һумлыҡ сертификаттарын бүләк итеп ҡыуандырҙы.

Туғыҙынсы тапҡыр Филүс Нурғәлин иҫтәлегенә күсмә кубок өсөн үткән хоккей ярыштары Ватаныбыҙға батыр ул тәрбиәләгән ҡаһарманыбыҙҙың әсәһе Таңһылыу Нурғәлинаға ихтирам һәм оло хөрмәт билдәһе булды.

Уйын майҙанынан батырыбыҙ рухы шат, илебеҙҙең күге аяҙ булһын, тигән матур теләктәрҙе әйтеп, бөгөнгө спорт сараһын ойоштороусыларға, бағыусыларға, ярышта ҡатнашыусыларға бик ҙур рәхмәт белдереп, алдағы йылдарҙа ла ярыштарҙа имен-һау осрашырға насип булһын, тип таралыштыҡ.

С. Ғәбдинурова.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!