Найти в Дзене

“Хеҙмәттәштәрем эргәһендә булғым килә”

Алексей Алимкин Силәбе өлкәһендә тыуып үҫкән, байтаҡ ваҡыт Мәскәүҙә йәшәгән. Тап баш ҡалала ул буласаҡ кәләше менән таныша һәм ҡыҙҙың тыуған ҡалаһы Салауатҡа күсеп киләләр. 2024 йылдың ғинуарында Алексей махсус хәрби операция зонаһына хеҙмәткә китә һәм бер йылдан ҡаты яраланып өйөнә ҡайтырға мәжбүр була. – Армия хеҙмәтен Владивостокта Тын океан флоты карабында үттем. Олатайымдың Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булыуы мине һис икеләнеүһеҙ контракт төҙөүгә этәрҙе. Икенсенән, махсус хәрби операция башланғас, күп кенә дуҫтарым, таныштарым хәрби хеҙмәткә мобилизацияланды. Ситтә ҡала алмағанымды аңланым. Ғаиләм, атай-әсәйем менән кәңәшләштем. Улар, әлбиттә, мине теләгемдән һүрергә, һүҙемдән ҡайтарырға тырышты, тик мин ҡарарымдан ҡайтманым, уларҙы тынысландырҙым. Мин хәрби хеҙмәттә үҙемә бик күп дуҫтар таптым, хәҙер минең таныштарым бөтә Рәсәй буйынса. Мине 30-сы айырым гвардия
мотоуҡсылар бригадаһына тәғәйенләнеләр. Авдеевка һәм Покровск йүнәлешендә хәрби бурыстарҙы үтәнек. Хеҙмәттәштәремдән
Оглавление
    “Хеҙмәттәштәрем эргәһендә булғым килә”
“Хеҙмәттәштәрем эргәһендә булғым килә”

“Хеҙмәттәштәрем эргәһендә булғым килә”

Тормоштоң мәғәнәһе – ғаиләлә. Мин ошо хаҡиҡәтте һуңғы йылдарҙа тағы ла яҡшыраҡ аңланым. Илебеҙҙәге һәр ғаиләнең тыныс шарттарҙа, имен-аман, татыулыҡта йәшәүен теләйем

Алексей Алимкин Силәбе өлкәһендә тыуып үҫкән, байтаҡ ваҡыт Мәскәүҙә йәшәгән. Тап баш ҡалала ул буласаҡ кәләше менән таныша һәм ҡыҙҙың тыуған ҡалаһы Салауатҡа күсеп киләләр. 2024 йылдың ғинуарында Алексей махсус хәрби операция зонаһына хеҙмәткә китә һәм бер йылдан ҡаты яраланып өйөнә ҡайтырға мәжбүр була.

– Армия хеҙмәтен Владивостокта Тын океан флоты карабында үттем. Олатайымдың Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булыуы мине һис икеләнеүһеҙ контракт төҙөүгә этәрҙе. Икенсенән, махсус хәрби операция башланғас, күп кенә дуҫтарым, таныштарым хәрби хеҙмәткә мобилизацияланды. Ситтә ҡала алмағанымды аңланым. Ғаиләм, атай-әсәйем менән кәңәшләштем. Улар, әлбиттә, мине теләгемдән һүрергә, һүҙемдән ҡайтарырға тырышты, тик мин ҡарарымдан ҡайтманым, уларҙы тынысландырҙым.

Мин хәрби хеҙмәттә үҙемә бик күп дуҫтар таптым, хәҙер минең таныштарым бөтә Рәсәй буйынса. Мине 30-сы айырым гвардия
мотоуҡсылар бригадаһына тәғәйенләнеләр. Авдеевка һәм Покровск йүнәлешендә хәрби бурыстарҙы үтәнек. Хеҙмәттәштәремдән уңдым, һәр кем ярҙам итергә, һине аңларға тырыша. Авдеевкалағы коксохимия заводын штурмлауҙа ҡатнаштым. Беҙ уға яҡынлаша алманыҡ, сөнки дүрт яҡтан ҡамап алғайнылар. Был урман һыҙатында алты көн үткәрҙек. Күптәр ауырыны, һыуыҡ февраль айы ине. Ошонда мин тәүге тапҡыр яраландым, аяҡтарҙы туңдырҙым. Әммә беҙ окоптарҙы штурмлау командаһын үтәнек. Ауыртыуҙы, ҡурҡыуҙы еңеп, окоптарҙы алдыҡ. Шунда уҡ аяҡты миномет уты яраланы, ярсыҡты сығарыу мөмкин булманы, күп ҡан юғалттым. Ярҙам тиҙ килде, эвакуацияланылар. Донецкиҙа госпиталдә яттым, Белгородта ярсыҡты сығарҙылар. 2024 йылдың декабрендә Покровск йүнәлешендә тағы яраландым, аяҡ һәм ҡулға ярсыҡ ултырҙы, әле лә ул минең менән бергә йөрөй. Тап ошо яранан һуң мине хәрби хеҙмәттән бушаттылар.

Беҙгә Покровск йүнәлешендә бер нөктәне алырға приказ бирелде. Унда күпме халыҡ булыуын белмәйбеҙ, ә беҙ өсәү генә. Штурмды башлап, окоптарға һикерҙек. Әлбиттә, ҡурҡыта. Барыһы ла ҡурҡа, әммә приказды тикшермәйҙәр, бары үтәргә кәрәк. Мин һикергәндә һауала уҡ аяҡҡа аттылар. Тәүҙә бер ни һиҙмәнем, шул урында эҫелек кенә тойолдо. Һөҙөмтәлә беҙ окопты алдыҡ, дошманды ҡаманыҡ. Егеттәр ҙә яраланды, тик уларҙың аяҡтары имен булғас, мине эвакуацияларға ярҙам итә алдылар. Аяҡ һеңерҙәрен тегергә мине Силәбегә оҙаттылар. Табиптар аяғымды дауаланы, өс ай ҡултыҡ таяҡтары менән йөрөнөм. Хәрби-табиплыҡ комиссияһы мине хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип тапты. Бер туғанға тигәндәй әүерелгән хеҙмәттәштәрем янына кире әйләнеп ҡайтырмын тип уйлағайным, тик миңә “юҡ” тип әйттеләр.

Һуғышта ауырлыҡтарҙы еңергә тәү сиратта ғаиләм, балаларым ярҙам итте. Заданиеға барыр алдынан гел уларҙы иҫкә төшөрҙөм. Ҡыҙыма – алты, улыма – туғыҙ йәш.. Кеҫәмдә һәр саҡ балаларымдың фотолары ятты, улар хаҡына иҫән ҡалырға тейешмен тип үҙ алдыма ҡабатлай торғайным.

Беҙ үҙебеҙ хаҡында хәстәрлек һәм иғтибарҙы һәр саҡ тойҙоҡ. Блиндажда бөтә кәрәк-яраҡ бар, гуманитар ярҙам килеүе үҙе ҙур һөйөнөс. Кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, еләк-емеш – барыһы ла бар. Бындай ярҙам, беҙҙе тылда көткәндәрен, ышанғандарын белеү һәр кем өсөн бик мөһим.

Сәләмәтлек торошо буйынса физик эшкә һәләтле булмаһам да, һөнәрһеҙ, эшһеҙ ҡалмаясаҡмын. Белем алыуға һыуһағанмын, уҡығым, профессияға эйә булғым килә. Бала саҡтан юрист булғым килә ине, әгәр был хыялым тормошҡа ашмаһа ла төшөнкөлөккә бирелмәйәсәкмен, донъяла яҡшы, мауыҡтырғыс һөнәрҙәр етерлек, – ти Алексей Алимкин. – Тормоштоң мәғәнәһе – ғаилә. Мин ошо хаҡиҡәтте һуңғы йылдарҙа тағы ла яҡшыраҡ аңланым.Илебеҙҙәге һәр ғаиләнең тыныс шарттарҙа, имен-аман, татыулыҡта йәшәүен теләйем.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.

Фото: "Выбор" гәзите сайты.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!