Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

12 ауыл халҡын хеҙмәтләндерәсәк

Ғафури районының Дарьино ауылында,”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы табиплыҡ амбулаторияһы асылды. Медицина учреждениеһы заманса техника һәм уңайлы йыһаздар менән тәьмин ителгән. Аҙ хәрәкәтләнеүсән пациенттар өсөн пандус ҡуйылған. Яңы табиплыҡ амбулаторияһында сифатлы медицина ярҙамын яҡын-тирәләге 12 ауыл халҡы аласаҡ. Бөтәһе 3,7 мең кешене, шул иҫәптән 400 баланы участка терапевты, фельдшер һәм шәфҡәт туташы хеҙмәтләндерәсәк. Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлг
Оглавление
    12 ауыл халҡын хеҙмәтләндерәсәк
12 ауыл халҡын хеҙмәтләндерәсәк

12 ауыл халҡын хеҙмәтләндерәсәк

3,7 мең кешене, шул иҫәптән 400 баланы участка терапевты, фельдшер һәм шәфҡәт туташы хеҙмәтләндерәсәк

Ғафури районының Дарьино ауылында,”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы табиплыҡ амбулаторияһы асылды.

Медицина учреждениеһы заманса техника һәм уңайлы йыһаздар менән тәьмин ителгән. Аҙ хәрәкәтләнеүсән пациенттар өсөн пандус ҡуйылған.

Яңы табиплыҡ амбулаторияһында сифатлы медицина ярҙамын яҡын-тирәләге 12 ауыл халҡы аласаҡ. Бөтәһе 3,7 мең кешене, шул иҫәптән 400 баланы участка терапевты, фельдшер һәм шәфҡәт туташы хеҙмәтләндерәсәк.

Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.