Өфөлә “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының бурыстарына ярашлы биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү килешеүе буйынса төҙөлгән беренсе күп фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан. 16 ҡатлы йорт ҡаланың Калинин районының Орджоникидзе урамында урынлашҡан. Ул ике йылдан да кәмерәк ваҡыт эсендә авария хәлендәге йорттар урынында төҙөлгән һәм яңы торлаҡ стандартын билдәләй. Квартал биләмәһендә төҙөүсе дөйөм майҙаны 39 мең квадрат метрҙан ашыу булған тағы ла дүрт шундай уҡ йорт төҙөргә ниәтләй. Билдәләп үтергә кәрәк, биләмәне комплекслы үҫтереү барышында торлаҡ төҙөү генә түгел, ә бөтә кварталды реновациялау ҙа ҡаралған: төҙөкләндереү, балалар өсөн уйын һәм спорт зоналары булдырыу. Яңы йорт ихатаһында воркаут-зона, тренажерҙар һәм амфитеатр менән беренсе функциональ майҙансыҡ йыһазландырылған. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) маҡсаты – тораҡ пунктт